Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
31 Май 2025, 12:30

Бишбүләктә һабантуй гөрләне

Был байрам һәммәһен бергә тупланы

Бишбүләктә һабантуй гөрләнеБишбүләктә һабантуй гөрләне
Бишбүләктә һабантуй гөрләне

Байрамға йыйылған халыҡ иң тәүҙә районыбыҙҙың төрлө тармаҡта эшләүсе хеҙмәтсәндәрен сәләмләне. Ауыл хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре, халыҡ һаулығы һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарыбыҙға ҙур ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр, район үҙәгендәге мәктәп коллективтары, районыбыҙ киләсәге булған йәштәр колонналарҙа үтте. Ә инде һабантуйҙың төп хужалары – ауыл хужалығы алдынғылары һәм хөрмәтле ҡунаҡтар машиналарҙа һәм тарантаслы аттарҙа трибуна алдына килеп төштө. Милли кейемдәге үҫмерҙәр уларҙы йола буйынсабауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды.  

Беҙҙең ата-бабайҙарыбы ҙ ерҙе заманында ат менән эшкәртһә, сәсеү һәм урын-йыйыу эштәре хәҙер заман техникалары ярҙамында башҡарыла. Техникалар парадында ҡатнашҡан мотоблоктан алып сит ил тракторҙарын майҙандағылар ҡыҙыҡһынып күҙәтте.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары. 

Бишбүләктә һабантуй гөрләне
Бишбүләктә һабантуй гөрләне
Бишбүләктә һабантуй гөрләне
Бишбүләктә һабантуй гөрләне
Бишбүләктә һабантуй гөрләне
Бишбүләктә һабантуй гөрләне
Автор:
Читайте нас