Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
10 Июнь 2025, 05:08

Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостанда киләһе тәүлектә хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана

Һаҡ булығыҙ!Һаҡ булығыҙ!
Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостанда киләһе тәүлектә хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, көньяҡ-көнсығышта ғәҙәттән тыш янғын хәүефе, көндөҙ урыны менән йәшен йәшнәүе, елдең секундына 15 метрға етеүе көтөлә.

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан, төндә тиҙлеге секундына 0-5 метр, көндөҙ 5-10 метр, урыны менән 15 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көньяҡ-көнсығышта +7, +12°, көндөҙ +27, +32°. 

Башинформ.

Һаҡ булығыҙ!
Һаҡ булығыҙ!
Автор:
Читайте нас