

Ҡорт саҡһа, нимәгә иғтибар итергә – Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре ошо хаҡта аңлата.
Ҡорт саҡҡанда, ғәҙәттә, ҡаяу урыны ауырта, ҡыҙара, ҡысыта, бер аҙ шешә.
Әммә сабыртма таралып киткәндә, бит, ирен һәм тел шешкәндә, һауа етмәүәгән кеүек булғанда, эс ауыртҡанда, диарея булғанда хәүефләнергә урын бар.
Ауыр реакция билдәләре тойһағыҙ, шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.
Бал ҡорто саҡҡанда нисек ярҙам итергә?
- Мөмкин тиклем тиҙерәк ҡаяуҙы алығыҙ. Бының өсөн пинцет, ҡыҫҡыс йәки энә ҡулланығыҙ. Ҡорттоң ағыулы тоҡсайын түгел, ә ҡаяуын эләктерергә тырышырға кәрәк.
- Ҡаяуҙы алып ташлағандан һуң яраны һабынлап йыуығыҙ, ауыртыуҙы һәм шеште кәметеү өсөн яраға боҙ һалығыҙ.
- Аллергияның тәүге билдәләре булғанда антигистамин саралар ҡулланырға кәрәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан