

Яҡташтары, дуҫтары һәм туғандары Илдар Рәйес улының ҡәберендә булды, мәсетте һәм атаҡлы яҡташыбыҙға арналған стационар күргәҙмәне ҡараны. Сарала БР Бишбүләк районы муниципаль район хакимиәте башлығы А.м. Зарипов ҡатнашты. Белеүебеҙсә, Илдар Рәйес улы Ғимаев тыуған ауылыбыҙ, районыбыҙ, республикабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Уның исеме районыбыҙҙан ситтә лә билдәле.
Илар Ғимаев тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бишбүләк «Сельхозтехника» производство берекмәһенең машина — трактор паркында слесарь булып эшләй.
1980—1985 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. Эшләгән урындары:
2000 йылдың 1 июненән Ғимаев Илдар Рәйес улы — Башҡортостан Республикаһы Президент хәкимиәте етәксеһе.
2002 йылда Санкт-Петербургта РФ Эске эштәр министрлығы университетын тамамлай.
2004 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры.
2007 йылда — Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры.
2008 йылдың 16 июнендә Өфөлә вафат була (тыуған ауылында ерләнгән).
Яҡташтары данлы улының, иҫ киткес кешенең, яҡты иҫтәлеген мәңге һаҡлаясаҡ.