Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Июль 2025, 09:04

Бишбүләктә - «Тылсымлы моңдар»

Был мәҙәни сарала республикабыҙҙың 13 районынан, шулай уҡ Татарстан Республикаһы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 21 коллектив ҡатнашты. 

Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»
Бишбүләктә - «Тылсымлы моңдар»

Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған Бишбалыҡ фестивале Бишбүләк быуаһы янында уҙғарылды. Байрамдың төп биҙәге, әлбиттә, башҡорт халҡының йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән «Тылсымлы моңдар» мәҙәни фестивале булды. Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бишбүләк районы хәкимиәте ойошторған сара бер тында үтте.

Быуа биләмәһендә үткән байрам һәр саҡтағыса районыбыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең татыулығын сағылдырып, биш телдә яңғыраған “Бишбүләгем” йыры менән башланып китте. Был күләмле мәҙәни сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина асып, Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡованың сәләмен еткерҙе һәм барыһына ла уңышлы сығыштар теләне. 

- «Тылсымлы моңдар» башҡорт фестивале беҙҙең районда бер нисә тапҡыр уҙғарылды. Беренсе этапта сығыш яһау өсөн 60-тан ашыу ғариза ҡабул ителгәйне, улар араһынан иң-иңдәре һайлап алынып, бөгөн беҙҙең алда лайыҡлылары сығыш яһаясаҡ, - тине үҙенең сығышында район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов. – Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, илебеҙҙә махсус хәрби операция бара, ошо байрамда һатылған әйберҙәр яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Төрлө тарафтарҙан килгән сағыу милли кейемдәрҙәге  төркөмдәр бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелде. Халҡыбыҙҙың ғаилә-көнкүреш йолалары, йыр-моңдары сағылдырылды. Беҙҙең район исеменән сығыш яһаған Ҡаныҡай мәҙәниәт йортоноң - “Наза” фольклор ансамбле (етәксеһе Әминә Миңдеғәли ҡыҙы) иһә балаҫ һуғыуҙы һуғыуҙы күрһәтте.  Күп кенә фольклор коллективтарының сығыштары халҡыбыҙҙың туй йолаларына бәйле ине. 

Бына һәр кем тулҡынланып көткән минуттар етте. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Бәхтиева, халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина, ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик Шәүрә Рәшит ҡыҙы Шакирова баһалаған конкурста урындар түбәндәгесә билдәләнде:

Ун алты йәшкә ҡәҙәрге балалар араһында: 

I  дәрәжә диплом Әбйәлил районы (“Ҡабырсаҡ” балалар фольклор ансамбле);

II дәрәжә диплом Иглин районы  (“Аҡ тирмә” балалар фольклор ансамбле);

III дәрәжә дипломға Ҡасҡын ауылының “Ынйылар” фольклор ансамбле;

Өлкән йәштәгеләр араһында:

I  дәрәжә диплом - “Мәләүез ынйылары” ансамбле (Мәләүез районы);

I дәрәжә диплом - “Серҙәш” халыҡ фольклор ансамбле (Балаҡатай районы);

II дәрәжә диплом  - “Сәлимәкәй” фольклор ансамбле (Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл гвардия айоны);

II дәрәжә диплом - “Зөлхиҙә” халыҡ фольклор ансамбле  (Бүздәк районы);

III дәрәжә диплом -  “Наза” ҡумыҙсылар ансамбле (Татарстан Ютазы районы);

III дәрәжә диплом -  “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле ( Иглин районы);

Көйөргәҙе районының Яҡут ауылының «Ынйылар халыҡ фольклор ансамбле "Килен төшөрөү" йолаһы менән Гран при яуланы һәм 20 мең һумлыҡ сертифатҡа эйә булды.  

Абдрахманова) Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Байрамға килеүселәр көн оҙоно йыр-моң бишегендә бәүелде. Бындай осрашыуҙар бәрәкәтле Бишбүләк ерендә тағын да булыр әле.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»
Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»
Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»
Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»
Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»
Бишбүләктә  - «Тылсымлы моңдар»
Бишбүләктә - «Тылсымлы моңдар»
Автор:
Читайте нас