

«Етенсе быуынға ҡәҙәр ата-бабаларын белмәгән кеше үҙ өҫтөндә етемлек тамғаһын йөрөтә», — ти халыҡ мәҡәле. Уҙған шәмбелә Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндарҙың «Быуындар бәйләнеше» шәжәрә байрамы үтте. Башлап йөрөүселәр һәм ойоштороусылар Гөлсимә Нәжит ҡыҙы Кәлимуллина (Ғәтиәтуллина) менән Марат Наил улы Ғәтиәтуллин булды.
Сара ауыл мәсетенә барыуҙан башланды. Бында өлкән быуын вәкилдәре, йәштәр hәм нәҫелдең балалары килде. Имам-хатип Илhам хәҙрәт байрамдың башланыуына фатиха бирҙе, Коръәндең изге сүрәләр уҡыны һәм Айыт ауылы тарихы, Ғәтиәтуллиндар нәҫеле тураһында һөйләне.
Теләһә ҡайһы ғаиләнең тарихы илебеҙ, тыуған яғыбыҙ тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Был нәҫелдән дә бик күптәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән ҡайтҡандар һәм ауылда йәшәүсе данлыҡлы һуғыш ветерандары нәҫеленән булғандар обелискка һәм Советтар Союзы Геройы Хәмит Ғабдулла улы Ғәҙелшин һәйкәленә тере сәскәләр һалды һәм бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Байрам йәмле тәбиғәт ҡосағында, Дим йылғаһының матур яр буйында «Жемчуг» йәмғиәте учреждениеһы директоры Марат Ғәтиәтуллин төҙөгән беседка янында дауам итте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Ғимазетдинов йылы hәм ихлас сәләмләне: «Ғәтиәтуллиндар нәҫеле ауылдың иң хөрмәтле һәм ҙур нәҫелдәрҙең береһе. Бөгөн беҙҙең ауыл биләмәһендә 31 кеше ғорурлыҡ менән был фамилияны йөрөтә, ситтә тағын да күберәк. Шуныһын да билдәләп үтке килә, был нәҫелдә беҙ барыбыҙ ҙа ғорурланырҙай кешеләр бар. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре үҙҙәренең көндәлек хеҙмәттәре менән ауыл тормошон яҡшыртыуға өлөш индерә. Уларҙың тыуған ауылдарына булған һөйөүе һәм тоғролоғо иң ҙур рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ».
Әлеге сарала Гөлсимә Кәлимуллина байрамды ойоштороу тураһында һөйләне һәм үҙенең бала сағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, туғандары hәм яҡындарын иҫкә алды. Байрамды алып барыусылар ҙур ырыу ағасының өлкән быуын вәкилдәрен һүҙ бирҙе, улар, үҙ сиратында, нәҫел тамырҙары тураһында һөйләне. Ғәтиәтулла бабайҙың ҡатыны Мәфтуха менән 12 балаһы була: өс ул hәм туғыҙ ҡыҙ.
Улдарының береһе — Габделбасир. Ҡатыны Ғәлиә менән уларҙың һигеҙ балаһы тыуа. Ғаиләнең өлкән улы — Мәжит, уның ҡатыны Минсафа исемле була. Мәжит Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша hәм һуғыш яланында батырҙарса һәләк була. Мәжит менән Минсафаның никахынан бер ҡыҙҙары тыуа. Бөгөн ул Силәбе өлкәһенгең Миәсс ҡалаһында йәшәй. Нәжиәнең өс балаһы: улдары Рәйес, Роберт hәм ҡыҙы Клара, дүрт ейәне бар.
Сәхнәгә өлгөлө ғаилә Йәмил hәм Наилә Ғәтиәтуллиндарҙың балалары менә. Улар ете бала үҫтергәндәр.
Ғәбделбасир бабайҙың икенсе тармағы — Әхмәт улы Ғәтиәтуллиндың тоҡомо. Әхмәт һәм уның ҡатыны Зөһрә һигеҙ бала үҫтергән: ете батыр ул hәм бер гүзәл ҡыҙ. Был иҫ киткес ғаиләнең үҙенсәлеге шунда, уның hәр балаһы Ватанға хеҙмәт итеү юлын һайлаған hәм үҙҙәрен хәрби хеҙмәткә бағышлаған.
Сәхнәлә — Закир hәм Мәрйәм ғаиләләренең династияһы. Ғаиләлә дүрт бала: өс ҡыҙ һәм бер малай үҫкән.
Нәҫелдең бер тармағы - Мәҙинә менән Әҡсән сыҡты. Бында hәр бер ҡыҙ быуындар тарафынан ҡәҙерләп һаҡланған аҫылташ кеүек.
Ырыу вәкилдәренең береһе — Шакирҙың да яҙмышы ҡыҙыҡлы. Йәш сағынан уҡ ул тыуған яҡтарын ташлап алыҫҡа, Yзбәкстанға китә, унда яңы тормош ҡора. Яҙмыш уға дүрт бала — ике пар игеҙәк бүләк итә, өҫтәүенә, ике игеҙәктең дә бер үк ваҡытта малай һәм ҡыҙҙан тороуы ғәжәп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шакир бөгөн иҫән түгел, eмма туғандары араһында уның тураһында хәтер йәшәй.
Ҡалған ғаилә ағзаларына килгәндә, Илмира Петербургта яши, врач hөнәрен һайлап, үҙ ғүмерен кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртыуға бағышлаған. Уның туғаны Илмир электрик булып эшләй.
Алдағы тарих — Нәжип менән Вәсилә нәҫеле. Улар алты бала үҫтергән: дүрт ҡыҙ hәм ике иҫ киткес ул. Улар ҙа үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы.
Шәжәрә ағасы буйлап сәйәхәт дауам итә. Ҡунаҡтар алдында тағын бер матур бүлек асыла — Хәҙиәнең тармағы, унда өс шат күңелле ҡыҙ һәм ике шаян ул үҫкән. Әлеге йылы hәм татыу компания үҙҙәренең ҙур ғаиләһендә үҙенә күрә йылы ҡайғыртыу атмосфераһы тыуҙырған.
Ғәбделбасирҙың туғаны Ғилемрахман нәҫеленә һалмаҡ ҡына күсәләр. Сәхнәлә Рифҡәт менән Фирҡәттең балалары.
Ойошторусылар Ғәтиәтулланың өс балаһы — Габделбасир, Ғилемрахман hәм Миңһылыуҙың нәҫел тамырҙарын йыя алғандар. Ғәбделбасирҙың бер туған апаһы Миңһылыу Ғәтиәтулла ҡыҙының тоҡомо үҙ тарихларын һөйләп бирҙе. Ғаиләнең Ватанга хеҙмәт итеүҙә тамырҙары тәрән: ата-бабаларының шаҡтай өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы һынауын уҙған, уларҙың дүртеһе Еңеүгә ҙур өлөш индергән. Алда әйтелеүенсә, әлеге ырыуҙың бер тармағы үҙ яҙмыштарын хәрби хеҙмәт менән бәйләп, ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәгән. Әлеге заман героик традицияларҙың дауамын күрһәтә: бер туғандарҙың береһе — Илдар Вәлиев Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнгән, Алик Мәсәлимов hәм кейәүе Рәмил Ниғмәтйәнов ошо ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашалар, фронт һыҙығында дәүләт сиктәрен һаҡлау буйынса изге бурыстарын үтәйҙәр.
Ғәтиәтуллиндар hәм уларҙың нәҫелдәре Бишбүләк районы үҫешенә ҙур өлөш индерә, сөнки был нәҫелдең күбеһе беҙҙең районда йәшәй һәм эшләй. Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхтәсимова — Айыт ауылының Фәтих Кәрим исемендәге урта мәктeбе директоры, Роза Наил ҡыҙы Тикенова — юғары категориялы врач-терапевт, Бишбүләк районы үҙәк район больницаһында эшләй, лайыҡлы ялдағы Рәмзилә Зөфәр ҡыҙы Ғәтиәтуллина — 40 йыллыҡ педагогик стажлы математика уҡытыусыһы, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаларға математиканы өйрәнергә hәм сығарылыш имтихандарына әҙерләнергә ярҙам итеүен дауам итә. Марат Наил улы Ғәтиәтуллин — врач-стамотолог, Айыт ауылында урынлашҡан «Жемчуг» йәмғиәте клиникаһы директоры, улар унда бөтә ғаилә менән эшләй — ҡатыны hәм балалары ла стамотологтар. Рәмил Ғәтиәтуллин hәм уның улы Илдар Ғәтиәтуллин район hәм республика ат сабыштарында күп тапҡыр чемпион hәм еңеүсе булды.
Сара барышында Ғәтиәтуллиндар үҙҙәренең туғандары, уларҙың хеҙмәт эшсәнлеге һәм шәхси мауығыуҙары тураһында һөйләнеләр. Уларҙың хәтирәләре бала саҡ, тыуған ауыл тураһындағы йылы иҫтәлектәргә бай булды.
Хәҙерге ваҡытта үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу арта бара. Йәш быуын үҙ нәҫеленең тарихын белергә, ата-бабаларының исемдәрен иҫтә тоторға тейеш. Ошо сикһеҙ һөйөүҙе беҙҙең киләсәк быуындың йөрәктәрендә уятырға көсөбөҙҙән килә. Бындай байрамдар ярҙамына быуындар сылбыры өҙөлмәй, hәм Ватаныбыҙҙың данлы тарихы киләсәк быуындар тырышлығы менән оҙайтыласаҡ. Татыу Ғәтиәтуллиндарҙың нәҫеле үҙҙәренең хеҙмәт һөйөүсәнлеге, белемгә ынтылыуҙары, өлкән быуынға ихтирамлы мөнәсәбәттәре менән дан тота.
Ғаилә тарихы — ул ата-баба исемдәренә һылтанма ғына түгел, ә бихисап яҙмыштарҙан һәм ынтылыштарҙан торған тере динамика ла. Yҙ тамырҙарын белгән кеше үҙен ҙур тарихтың бер өлөшө, ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен дауам итеүсе итеп хис итә. Бындай байрамдар беҙгә шул турала онотмаҫҡа hәм быуаттар зирәклеген киләһе быуындарға тапшырырға ярҙам итә.
Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.
Автор фотоһы.