

Башҡортостандың Тәтешле районынан Сафиндар ғаиләһе Бөтә Рәсәй “Ғаилә зарницаһы” уйынының һайлап алыу турын уңышлы үтте һәм уйындың ситтән тороп уҡыу этабында ҡатнаша. Унда ил төбәктәренән 79 ғаилә ҡатнашасаҡ. Этап һөҙөмтәләре буйынса 24 ғаилә командаһы финалға үтәсәк. "Ғаилә зарницаһы”нда дүрт кешенән торған ғаилә командалары ҡатнаша.
Башҡортостанда һайлап алыу һынауҙары Мишкә районында “Ер ҡото – ер көсө” төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивалендә үтте. Ҡатнашыусылар төрлө дисциплиналарҙа ярышты, улар физик әҙерлекте генә түгел, ә аҡыл, команда рухын һәм белемде лә талап иткән йөҙөү, тоҡ менән алышыу, мас-рестлинг, шәп атлау, милли башҡорт уйындары, көршәк ватыу кеүек уйындарҙа ярышты. Сафиндар ситтән тороп ике ярышта ҡатнаша: ижади – видеовизитка әҙерләргә кәрәк, шулай уҡ интеллектуаль – Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәрен һәм Рәсәйҙең хәрби тарихын белеүгә тест үтергә. Был этап 10 авгусҡа тиклем бара.
– Беҙҙең ғаилә өсөн иң мөһиме – ғаилә традицияларын, ҡиммәттәрен һаҡлау. Шулай уҡ Тыуған илгә һөйөү, патриотлыҡ хисе мөһим. Балаларым, ғаиләм менән ғорурланам. “Зарница” яҡындарҙың, бер-береңә терәк булыуҙың мөһимлеген күрһәтте, - тип уйҙары менән уртаҡлашты “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы социаль координаторы Венер Сафин.
- "Ғаилә зарницаһы" Ватанды һаҡлаусы йылында үткәрелә. Уйын барышында ҡатнашыусылар физик, интеллектуаль, ижади йәһәттән нимәгә һәләтле булыуын күрһәтә. Совет осоронан билдәле был уйын киң таралыр тип ышанам. Патриотик тәрбиә биреүҙә һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, - тип билдәләне “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
- "Ғаилә зарницаһы" - патриотик тәрбиәгә, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыуға, өлкән быуындан йәштәргә белем тапшырыуға йүнәлтелгән күләмле проект. Ҡатнашыусыларға физик әҙерлек кенә түгел, ә аҡыл да, ижади оҫталыҡ та күрһәтергә кәрәк. Командаларҙы махсус хәрби операция ветерандары еткләйәсәк, бер-береңә ярҙам, команда эшенең мөһимлеген уларҙан яҡшы аңлағандар юҡтыр, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды статс -секретарь - РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивилева. Тап ул Бөтә Рәсәй “Еңеү” ойоштороу комитеты ултырышында Ватанды һаҡлаусы йылында “Ғаилә зарницаһы”н үткәрергә, ә һуңынан сараны йыл һайын ойошторорға тәҡдим итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдимде хупланы.
Автор – Галина Морозова, фото – Сафиндар ғаиләһе архивы.
https://bashgazet.ru