Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
31 Июль 2025, 08:59

Өфөнөң вуз-ара кампусы студенты дрон-һиптергес уйлап тапҡан

Ауыл хужалығында ашламалар, пестицидтар һәм биопрепараттарҙы һиптереү өсөн пилотһыҙ осоу системаһын булдырыу - Максим Лабеевтың диплом эше темаһы булды

Өфөнөң вуз-ара кампусы студенты дрон-һиптергес уйлап тапҡанӨфөнөң вуз-ара кампусы студенты дрон-һиптергес уйлап тапҡан
Өфөнөң вуз-ара кампусы студенты дрон-һиптергес уйлап тапҡан

Нефть вузын тамамлаусыны Өфө вуз-ара кампусының УДНТУ Технологик эшҡыуарлы үҙәге хупланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Кампус «Йәштәр һәм балалар» дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә төҙөлә.

Максим һиптереү модуле менән гексакоптер тибындағы дрон прототибын, БПЛАны мониторинглау һәм автоматик идара итеү өчен программа менән тәьмин итеүҙе, шулай уҡ зарарланған урындарҙы биллдәләү буйынса нейрон селтәрен эшләгән. Ул төҙөгән техник-мәғлүмәт системаһы баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙе автоматлаштырырға, химикаттар сығымын кәметергә һәм әйләнә-тирә мөхиткә йоғонтоно кәметергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ дрон-һиптергес фәнни тикшеренеүҙәрҙә ауыр үтеп керә торған райондарҙа ашламалар индереүҙең яңы ысулдарын һынау өсөн ҡулланылырға мөмкин.

- Республикала агродрондарҙан файҙаланыу арта барасаҡ. Игенселәр БПЛАның ауыл хужалығы етештерүендә, бигерәк тә сәсеүлектәрҙе эшкәртеүҙә өҫтөнлөктәрен аңлайҙар, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. - Был теүәллек тә, экономия лә, тиҙлек тә. Әйтәйек, яңғырҙан һуң баҫыуға ябай һиптергес менән керә алмайһың, ә агродрондың кәрәге юҡ. Ауыл хужалығында БПЛА дивизиондары төҙөргә ниәтләйбеҙ. Әлегә был нигеҙҙә сит ил аппараттары, әммә беҙҙең республикала Максим кеүек талантлы йәш уйлап табыусылар барлығын иҫәпкә алһаҡ, республика баҫыуҙарында һәм урындағы етештереү агродрондарында барлыҡҡа килеүен көтөргә мөмкин. Өҫтәүенә, сит илдекеләргә ҡарағанда яҡшшыраҡ.

Лабеев ауыл хужалығы дронының төп өҫтөнлөктәре - хаҡы түбән булыу (база комплектацияһы өсөн 120 мең һумға яҡын, был аналогтарынан 2-3 тапҡыр осһоҙораҡ) һәм еңел етештерелә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Өфөнөң вуз-ара кампусы студенты дрон-һиптергес уйлап тапҡан
Өфөнөң вуз-ара кампусы студенты дрон-һиптергес уйлап тапҡан
Автор:
Читайте нас