

Йәйгеһен һәр ерҙә төҙөлөш эштәре дауам итә: йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләнә, йорт һалына йәки түбә алыштырыла.
Район үҙәгенең төп майҙанында ла был ваҡытта күләмле эштәр башҡарыла. «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә Бишбүләк ауылының үҙәк майҙанын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды. Ленин һәйкәле янындағы майҙанда эш ҡайнай: ялланған подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә тимер бағаналар урынлаштырып, уларға бәүелсәк ҡуйыу менән мәшғүл. Аяҙ көндәр һәммәһен дә үҙ мәлендә башҡарырға мөмкинлек бирә.
Был проектта ҡаралғанса, уңайлы ял итеү урыны булдырыуға ҙур иғтибар бирелә. Тиҙҙән үҙәк майҙан танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.