

1-cе августа “Сәләмәтлек поезы”беҙҙең районға килде, ул 14 авгусҡа ҡәҙәр эшләйәсәк. Һаулыҡ һаҡлау поезы маршрутында дүртенсе нөктә булып Аҙнай ауылы торҙо.
Бөгөн, йәғни 8 августа, табиптарҙың ауылға килеүе халыҡ өсөн ҙур ваҡиға булды. Ни тиһәң дә, ауыл халҡы табиптарға мөрәжәғәт итеп бармай, айырыуса йәйгеһен, эш күп осорҙа сәләмәтлек артҡы планға күсә.
Иртәнән үк табиптарға күренергә теләүселәр Аҙнай ФАП-ы һәм мәҙәниәт йорто янына йыйылды. Бушлай медицина тикшеренеүе үтеү өсөн күрше Тулыбай, Дим, Боголюбовка ауылдарынан да килеүселәр булды. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм өлкән йәштәгеләрҙе яҡындары оҙатып йөрөнө.
Заманса күсмә мобиль комплекстар флюорограф, маммограф, диагностика үҙәктәре менән йыһазландырылған. Килеүселәргә офтальмолог, стоматолог, акушер-гинеколог, эндокринолог һәм башҡа тар йүнәлешле белгестәрҙән консультация һәм медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар ине. Мобиль флюрография һәм маммография Октябрьский ҡалаһынан килгәйне, һуңғыһында төшкә ҡәҙәр 12 ҡатын-ҡыҙ заманса аппаратурала тикшеренеү үткән.
ЭКГ үтергә, анализдар тапшырырға һәм терапевт, эндокринолог һәм башҡа белгестәрҙә тикшерелергә теләүселәр күп булды. Аҡ халытлылар һәр кешене иғтибар менән тыңлап, уларҙы төрлө аппараттарҙа тикшерҙе, анализдарын ҡарап, кәңәштәр һәм күрһәтмәләр бирҙе. Участка терпевты Гүзәл Таһир ҡыҙы ҡайһы берәүҙәрҙе ҡабат күренергә саҡырҙы. Халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн Бикҡол ауылының һәм Тулбай ауылының шәфҡәт туташтары ла килгәйне.
Ауылдың ФАП мөдире, ошо ерлектә йәшәүсе халыҡтың һаулығы һағында 30 йылдан артыҡ тороусы Эльвира Шөғәйепова әйтеүенсә, алдан уҡ халыҡҡа был турала мәғлүмәт бирелгән.
- Өлкән йәштәгеләр бер ҡайҙа ла бармайынса, бер урында ғына бөтә табиптарға ла күренеп, кәрәкһә, дауа йәки артабан тикшерелеүгә йүнәлтмәләр алып бик ҡәнәғәт тороп ҡалалар. Кемдеңдер йөрөргә мөмкинлектәре сикле, шулай уҡ бер көн эсендә был тиклем табиптарға күренеп тә өлгөрә алмаҫҡа мөмкин. Бик уңайлы. Икенсенән, ҡабул итеүҙәр бушлай. Сирҙәрҙе ваҡытында, иртә диагностикалау мөмкинлеге бирә, - тип белдерә ул.
.Күп ауырыуҙарҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!