Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
14 Август 2025, 11:57

Сәй янына ләүәш бешерәйек

Емеш-еләк миҙгеленең иң ҡыҙған мәлендә пирог бешерәйек. Эслек өсөн алма, ҡурай еләге, сейә лә алырға мөмкин

Сәй янына ләүәш бешерәйекСәй янына ләүәш бешерәйек
Сәй янына ләүәш бешерәйек


Ҡамыр өсөн:
ҡаймаҡ — 0,5 ст.
аҡ май (һыйыр майы) — 150 г
ҡабартҡыс (сода) — 1 бал ҡалағы
шәкәр— 0,5 ст. (мөмкин әҙерәк)
он - 2 ст.

Эслек өсөн:
он— 2 ҡалаҡ
шәкәр— 1 ст. (мөмкин ярты стакан)
йомортҡа- 1 шт.
ҡаймаҡ — 1 стакан( ҡала ҡаймағы ла бара, ауыл ҡаймағын әҙерәк алырға мөмкин)
алма (әскелтем) 3-4 шт.

Онға шәкәр һәм ҡабартҡыс һалып бутағас, өҫтөнә һыуыҡ майҙы ҡырғыстан ҡырып һалып, ыуалайбыҙ. Май менән он ҡушылып, ыуалып ҡына торған массаға ҡаймаҡ өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эслек өсөн йомортҡа менән шәкәрҙе туғыйбыҙ. Шәкәрҙе үҙегеҙ теләгәнсә, тәменсә ҡулланығыҙ, сөнки ныҡ шәрбәтле кемгәлер оҡшамай. Ҡаймаҡ менән 1-2 ҡалаҡ он өҫтәп болғатабыҙ. Быныһы булды)))
Хәҙер алманы турайбыҙ (ҡараймаһын өсөн лимон һутын өҫтәргә мөмкин).

Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, табаға ҡул менән ситтәрен күтәртеп йәйәбеҙ ҙә, тураған алманы һалабыҙ. Эслекте ҡойоп, ҡыҙыу мейескә оҙатабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын ☕

Сәй янына ләүәш бешерәйек
Сәй янына ләүәш бешерәйек
Автор:
Читайте нас