Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
17 Август 2025, 10:56

Ҡатынды төп башына ултыртҡандар

Бөрйән районында йәшәүсе ханымдың үҙенең аҡсаһы булмаған, ул үҙенең 5 танышын, шул иҫәптән гражданлыҡ никахында булған ирен дә, кредит алыуҙа поручитель булырға күндергән.

Ҡатынды төп башына ултыртҡандарҠатынды төп башына ултыртҡандар
Ҡатынды төп башына ултыртҡандар
 Үҙенең таныштарына 3 миллион һумға яҡын кредит документлаштырған ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған.
 
Белорет район-ара суды Бөрйән районында йәшәүсе 58 йәшлек ханымға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарарын иғлан итте.

Судта түбәндәгеләр билдәләнде. Ағымдағы йылдың февралендә ханым мутлашыусыларҙың (бурҙарҙың) тоҙағына эләгә. Улар ҡатындың башына бутап, уны аҡса средстволарын инвестицияға һалыу юлы менән еңел генә аҡса эшләргә мөмкин икәненә ышандырғандар.

Ханымдың үҙенең аҡсаһы булмаған, ул үҙенең 5 танышын, шул иҫәптән гражданлыҡ никахында булған ирен дә, кредит алыуҙа поручитель булырға күндергән.

Өгөтләүҙәргә ышанған граждандар банк ҡушымталары булған телефондарын ханымға тапшырғандар. Улар аша ханым был тиҙ ышаныусы “таныштарға” дөйөм суммаһы 3 миллион һумға яҡын булған ҡулланыу кредиттары документлаштырған. Алынған аҡсаларҙы ул үҙе теләгәнсә тотонған.

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен тулы күләмендә таныған.

Суд ханымға 2 йылға һынау срогы менән 2 йылға шартлы рәүештә иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза тәғәйенләгән. Шулай уҡ прокурорҙың  граждандарға килтерелгән зыянды ҡаплатыу тураһында юллауы ла суд тарафынан хуплау тапҡан.

Сығанаҡ: Администрация Бурзянского района

Хөрмәтле райондаштар! Барыбыҙҙың да ҡулдарында телефон бар. Бурҙар бик оҫта эш итә. Уларҙың таҫма теленә ышанмайыҡ! Ят номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәү хәйерлерәк булыр.

Ҡатынды төп башына ултыртҡандар
Ҡатынды төп башына ултыртҡандар
Автор:
Читайте нас