Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
11 Сентябрь 2025, 11:11

Путин кредит каникулдары тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Улар менән эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр файҙалана ала.

Путин кредит каникулдары тураһында законға ҡул ҡуйҙыПутин кредит каникулдары тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Путин кредит каникулдары тураһында законға ҡул ҡуйҙы

1 октябрҙән үҙмәшғүлдәр, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре 5 йылға бер тапҡыр алты айға тиклем кредит каникулдары алырға мөмкин. Рәсәй президенты июль айында тейешле законға ҡул ҡуйҙы, тип иҫкә төшөрә федераль киң мәғлүмәт саралары.

Кредит 2024 йылдың 1 мартынан һуңыраҡ алынған һәм уның максималь күләме:

үҙмәшғүлдәргә – 10 миллион һум,

микропредприятиеларға – 60 миллион һум,

бәләкәй предприятиеларға – 400 миллион һум,

урта предприятиелар өсөн 1 млрд һумдан артмаған осраҡта кредит каникулдары бирелә.

Льготалы осорҙа процент өҫтәлеп бара.

https://www.bashinform.ru/

Путин кредит каникулдары тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Путин кредит каникулдары тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Автор:
Читайте нас