Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
15 Сентябрь 2025, 06:39

Алдағы айҙарҙа нисек ял итәбеҙ?

Октябрь һәм ноябрҙә республика халҡын байрам ялдары көтә.

Алдағы айҙарҙа нисек ял итәбеҙ?Алдағы айҙарҙа нисек ял итәбеҙ?
Алдағы айҙарҙа нисек ял итәбеҙ?

Был көҙҙә нисек ял итәсәгебеҙ һәм эшләйәсәгебеҙ билдәле. Октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн байрам итеү уңайынан ғәҙәттәгенән күберәк ял итәсәк. Быйыл байрам көнө, 11 октябргә, шәмбегә тура килә. Шуға күрә байрам дүшәмбегә, 13 октябргә күсерелә. Ә йома көндә, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ.

Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ял көндәре йәкшәмбе, 2 ноябрҙә башлана һәм 4 ноябргә (шишәмбегә) ҡәҙәр дауам итәсәк. Шәмбе, 1 ноябрь, ял көнөн 3 ноябргә (дүшәмбегә) күсереү сәбәпле, эш көнө буласаҡ. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан халҡы 2-һенән 4 ноябргә ҡәҙәр өс көн ял итә аласаҡ.

Башинформ. 

 

Алдағы айҙарҙа нисек ял итәбеҙ?
Алдағы айҙарҙа нисек ял итәбеҙ?
Автор:
Читайте нас