Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Сентябрь 2025, 17:17

“Башкиравтодор” үҙ эшен дауам итә!

Хәбиров предприятие тирәләй хәлгә аныҡлыҡ индерҙе.  

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төп юл предприятиеһы – “Башкиравтодор” компанияһы тирәһендәге хәлгә аңлатма бирҙе. Ул оҙаҡ ваҡыт предприятиеның ҡатмарлы хәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө.

– Беҙ мөһим, кәрәкле эштәр башҡарҙыҡ. Йәй уртаһынан “Башкиравтодор” операцион табышҡа сыға башланы, бер нисә миллиард һумлыҡ кредит портфеле булдырылды. Бурыстар арҡаһында предприятие күҙәтеү стадияһында була, әммә ул үҙ эшен дауам итә. Әммә рейдерлыҡ баҫып алыу ынтылышы тормошҡа ашырыла. Беҙгә бындай эштәрҙә тәжрибәле белгестәр ҡаршы торорға тырышты, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Арбитраж суды ҡарары буйынса предприятиела конкурс производствоһы индерелде, ул акционерҙар йәмғиәтенең яҙмышын хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә “Башкиравтодор” активтарын һатыу һәм биш мең хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу ихтималлығы барлыҡҡа килә.

– Предприятие эшләне, һәм ҡапыл ҙур булмаған кредиторҙарҙың береһе талабы буйынса конкурс производствоһы индерелде. Бына шундай хәл булды, – тип асыҡлыҡ индерҙе төбәк Башлығы. – Быларҙың барыһын да туҡтатыуыбыҙ, бөтәһен дә асыҡлауыбыҙ яҡшы. Принципиаль позиция биләгән республика Прокуратураһына һәм Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына ҙур рәхмәт. Шулай уҡ Республика Хөкүмәте аппараты һәм Транспорт министрлығы грамоталы эшләгәне өсөн рәхмәт белдерәм.

Радий Хәбиров “Башкиравтодор”ҙың эшен тергеҙеүен билдәләне.

– Ике айға бөтә производство эшмәкәрлеге туҡтатылды. Эш хаҡы буйынса бурыстар бар. Беҙ быларҙың барыһын да этаплап төҙәтәсәкбеҙ. Хәҙер предприятие эшләй, беҙ уны бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ. Хәлде яйға һалыу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү мөһим. Һәм һауа шарттары мөмкинлек биргән урындарҙа эшкә сығырға, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе.

ye102.ru

Автор:
Читайте нас