

"Бөгөн ҙур Оҫтаның, ышаныслы Дуҫтың һәм ысын Кешенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Хушлашығыҙ, Олег Закир улы!"тип яҙған ул.
Артист Ырымбурҙа вафат була, уға 74 йәш була. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт министры Евгения Шевченко мәғлүмәттәре буйынса, күренекле сәхнә оҫтаһы ижадының һуңғы йылдарын М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрына бағышлай.
Сағыу образдар тыуҙырған, халҡыбыҙ мәнфәғәттәре өсөн янып-көйөп йәшәгән олуғ шәхесебеҙ ғүмер буйы сәнғәтебеҙҙе хәстәрләне, уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Милләтенең ысын улы булды. Уға оло рухи мираҫ ҡалдырҙы.
Олег Закир улы Ханов Архангел районының Ҡыҙғы ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендә, М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрында, Ырымбур сәнғәт институтында, Салауат башҡорт дәүләт театрында эшләй. 2012 — 2019 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе булды.
Башинформ.