Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
3 Октябрь 2025, 03:58

Республика көнөндә Өфөлә Ағиҙел күперен асыу тантанаһы була

Байрам көнөндә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙә хәрәкәт асыла.

Республика көнөндә Өфөлә Ағиҙел күперен асыу тантанаһы булаРеспублика көнөндә Өфөлә Ағиҙел күперен асыу тантанаһы була
Республика көнөндә Өфөлә Ағиҙел күперен асыу тантанаһы була

Был күптән көтөлгән объектты асыу тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аркалы күперҙе реконструкциялау 2022 йылдың мартында башланды, тип яҙғайны «Башинформ».

Шулай уҡ республика етәксеһе тиҙҙән икенсе мөһим социаль объектта эштәрҙең тамамланыуы тураһында белдерҙе. Бер нисә айҙан Кузнецов затонында Волга буйы федераль округындағы 2200 урынлыҡ иң ҙур мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.

Пугачев урамын төҙөкләндереү бара, эштәрҙең бер өлөшө тамамланған, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Пугачев урамында (Дуҫлыҡ монументынан Геофизиктар урамына тиклемге участкала) дүрт һыҙат буйынса хәрәкәтте йыл аҙағына тиклем асыу планлаштырыла, тип хәбәр иткәйне агентлыҡ.

«Ғөмүмән, республикала барыһы ла эшләй. Һалҡын көндәр башлана, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ», — тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru

Республика көнөндә Өфөлә Ағиҙел күперен асыу тантанаһы була
Республика көнөндә Өфөлә Ағиҙел күперен асыу тантанаһы була
Автор:
Читайте нас