Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
9 Октября 2025, 03:35

Батарейка тапшырыусыларҙы ҡотлағандар

Баш ҡала халҡы акцияла әүҙем ҡатнашҡан.

Өфөлә “Батарейкалар тапшырабыҙ” тигән күләмле экологик акцияла еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Был сара “Экологик именлек” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарылды, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Акция барышында өфөләр рекорд күләмдә 8,6 тонна ҡулланылған батарейкалар һәм электроника тапшырҙы. Улар Силәбегә эшкәртеүгә оҙатылды.

Аҙна дауамында ябай халыҡ, предприятие, уҡыу йорттары әүҙем рәүештә аккумуляторҙар һәм электроника йыйҙы. Акция башланғандан алып уның һөҙөмтәһе тос: 27,5 тонна йыйылған һәм утилләштерелгән батарейкалар. Бөтә партиялар “Мегаполисресурс” заводына эшкәртеүгә тапшырылған.

-Был мөһим акцияла ҡатнашҡандары өсөн Өфө халҡына рәхмәт белдерәм. Сараны ойошторған өсөн Өфө ҡала хакимиәтенә айырым рәхмәт. Был сара тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға яуаплы ҡараш тәрбиәләргә булышлыҡ итә, - тине Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министры Нияз Фазылов.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас