Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
10 Октябрь 2025, 11:15

Сиҙәкбашта модулле ФАП асылды

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Сиҙәкбаш ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Сәләмәтлек һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» федераль проекты сиктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Сиҙәкбашта модулле ФАП асылдыСиҙәкбашта модулле ФАП асылды
Сиҙәкбашта модулле ФАП асылды

Республика көнө алдынан Сиҙәкбашта яңы муниципаль ФАП асылды. Был ауыл халҡы тормошоноң яңы этабының сиге булды, был райондың  һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙә тағын бер аҙым, төҙөүселәрҙән алып медицина хеҙмәткәрҙәренә hәм етәкселәренә ҡәҙәр булған бик күп кешеләрҙең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.

— Бөгөн бөтә республикала яҡты, заманса модулле ФАПтар асыла. Әммә иң мөhиме — ауырымағыҙ — тип мөрәжәғәт итте район администрацияһы башлығы Артур Зарипов. —Һеҙ бында үҙегеҙҙең ауырыуҙарығыҙ,  проблемаларығыҙ менән түгел, ә профилактика өсөн, бер-берегеҙ менән аралашыу өсөн килһәгеҙ ине. Ауылда тағын бер социаль объект асылды, мин быға бик шат.

Артур Мөхлис улы Сиҙәкбаш ауылы халҡының төп проблемаһы тураһында белә hәм асфальт юл төҙөлөшө тамамланасаҡ, тип вәғәҙә итте. Бишбүләк үҙәк дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин билдәләп үтеүенсә, ике йыл элек авылдағы ФАП ябылғас, ауыл халҡына медицина хеҙмәте кyрһтеү мәсьәләһе тыуған. Район хкимиәте менән бергәләп эшләү һөҙөмтәһендә үҙәк район дауаханаһы командаһының модулле медицина учреждениеһын пландан тыш урынлаштырыуға ирешеү менән Сиҙәкбаш ауылы халҡына бәхет йылмайҙы.

Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында Бишбүләк районында һиге: яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды — Сухоречкала, Ереклелә, Ҡушйылғала, Бикҡолда, Дүсәндә, Аҙнайҙа, Киче Сиҙәктә, хәҙер Сиҙәкбашта. 2030 йылға ҡәҙәр райондың тағын биш тораҡ пунктында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу планлаштырыла. Һәр ФАПта фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бyлмәләре, көтөү бүлмәһе, санитария узелы, медикаменттар hәм йыйыштырыу инвентарен һаҡлау бyлмәһе бар. Сиҙәкбаш ауылында медицина ярҙамын фельдшер Эльвина Степанова күрһәтәсәк. ФАП 300 кешегә, шул иҫәптән 52 балаға хеҙмәт күрһәтәсәк. Ауыл ерендә фельдшер эшенең мөhим аспекты булып, әлбиттә, халыҡ менән профилактик эш тора: диспансеризация hәм медицина тикшеренеү үткәреү, юғары хәүефле пациенттарҙы асыҡлау, һаулыҡ дәрестәре үткәреү, диспансер күҙәтеүен ойоштороу.

Галина ВАРИКОВА.

Автор фотоһы.

«Беҙ, иң мөhиме, бик күп ФАПтар төҙөргә мөмкин икәнлеген аңлайбыҙ, ләкин, асылда, сиргә ҡаршы  көрәшеүсе фельдшерҙар булмаһа, бер нәмә лә булмаясаҡ. Беҙ һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек һәм беҙ был хеҙмәтте (ФАПтар асыу автор иҫкәрмәһе. ред.) дауам итәсәкбеҙ», — тип билдәлә үтте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Төбәк Башлығы хәбәр итеүенсә, республикала ике меңдән артыҡ ФАП эшләй, hәм уларҙың һәр өсөнсөһө яңыртылған.

Сиҙәкбашта модулле ФАП асылды
Сиҙәкбашта модулле ФАП асылды
Сиҙәкбашта модулле ФАП асылды
Автор:
Читайте нас