

Йәштәр ваҡыты» премияһы 35 йәшкә тиклемге йәки шундай аудитория менән эшләгән студенттарҙың, эшҡыуарҙарҙың, психологтарҙың, сараларҙы ойоштороусыларҙың, креативсыларҙың һәм башҡа белгестәрҙең ҡаҙаныштарын билдәләй.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, еңеүселәр ҙур сәхнәлә ҙур бүләктәр һәм наградалар ала. Барлығы 16 номинацияла премия тапшырыла, улар тураһында бында белергә мөмкин: https://molodez.bashkortostan.ru/presscenter/news/754430/
Ғаризалар 2025 йылдың 31 октябренә тиклем ошонда ҡабул ителә: https://clck.ru/3PDPvo
Сығанаҡ һәм фото: Йәштәр сәйәсәте министрлығы.