

Мәҙәниәт йорто алдында эш ҡайнай. Белеүебеҙсә, ауыл халҡы Бөйөк Ватан Һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү ниәте менән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы нда ҡатнашып, еңеп сыҡҡайны. Бөгөн ППМИ-2025 программаһы буйынса «Обелискты ҡуйыу һәм төҙөкләндереү» проекты буйынса эштәр дауам итә. Төҙөлөш эштәрен подрядсы ойошма – Өфө ҡалаһының «Стройремонткомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте,башҡара. Бында тротуар плиткаһы түшәлгән, обелискты уратып алыу өсөн бағаналар ҡуйылған, ағастар ултыртыу өсөн дә урындар әҙерләнә. Әлеге мәлдә эшселәр мемориаль стенаны күтәреү менән мәшғүл. Ең һыҙғанып эшкә тотонған ир-егеттәргә ҡоро көндәрҙә эште тиҙ арала башҡарып сығыуҙарын теләйек.
https://vk.com/public217342387