

2023 йылдың майынан “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалына 42000 МХО ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, 122 меңдән ашыу мөрәжәғәтте хәл итте, 133 килешеүгә ҡул ҡуйылды, белгестәр 25000 тапҡыр фонд ҡарамағындағыларға сыҡты.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина республикалағы барлыҡ муниципалитеттарҙа 120 социаль координаторҙың эшләүе һәм был тәжрибәнең үҙ һөҙөмтәһен биреүе хаҡында белдерҙе.
- Селтәрҙе киңәйтеү – ветерандар һорауҙарына тиҙ тәьҫир итеү, уларға кәрәкле кәңәштәр, юридик, психологик ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге. Бынан тыш, бүлексәләрҙе булдырыу урындағы власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр менән эште һөҙөмтәле координациялай, - тип хәбәр итте Гөлнур Ҡолһарина.
Рәсәйҙә ике йыл ярым эшләгән осорҙа “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ветерандар, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн комплекслы ярҙамдың “берҙәм тәҙрәһе”нә әүерелде һәм ике миллиондан ашыу мөрәжәғәтте эшкәртте. Уларҙың 90 проценты ыңғай хәл ителгән. Диспансерлаштырыу, документтарҙы оператив рәсмиләштереүҙә һәм алыуҙа ярҙам итеү, шулай уҡ МХО ветерандарына һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Был хаҡта “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды Күҙәтеү советы кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр. Сарала Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, Рәсәй вице-премьеры Татьяна Голикова, статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева ҡатнашты.
Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко үҙенең сығышында МХО ветерандарының һәм уларҙың яҡындарының фондтың һөҙөмтәле эшләүе тураһында белдереүе тураһында әйтте. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивилева фонд тарафынан ҡаты яраланған, әммә Рәсәй Оборона министрлығында хеҙмәтте дауам итергә ҡарар иткән МХО ветерандарына күрһәтелгән ярҙамды киңәйтеү башланғысы тураһында белдерҙе.
Белеүебеҙсә, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы ойошторолдо. Маҡсаты – МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү.
Автор – Эльвира Сафина. Фото – “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.
bashgazet.ru