

Комил тапшырыуға гаиләһе менән барған. Уның улы легендар алып барыусы Леонид Якубовичты Башҡортостан ҡмыҙы менән һыйланы.
Уйындан һуң Комил тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– “Мөғжизәләр яланы” заявканы 7-8 йыл элек ебәргәйнем, быйыл сентябрь башында саҡырыу килде. Бик шатланып ҡабул иттем был саҡырыуҙы. Ғаиләм менән барып, был тапшырыуҙа төштөк. Студияла төшөрөү 4 сәғәт дауам итте, бик матур булды. Башҡортостан, Өфө, туризм, ҡымыҙ, аттар тураһында күп һөйләнек. Эфирға барыһы ла һыймаған, әлиәттә. Иң мөһиме – сәламдәребеҙҙе еткерҙек. “Мөғжизәләр яланында” ҡатнашыу бала саҡ хыялым ине. Һәм уның тормошҡа ашыуына бик шатмын! – тине ул.
https://omet-rb.com/