Ағас төптәренән ҡойолған япраҡтарҙы йыйырға, сөнки уларҙа ҡурҡыныс бәшмәктәктәр тупланған була. Алмағас төптәрен ҡаҙып сыҡһағыҙ, зарарлы бөҗәктәр, ҡоротҡостар ҡышҡы һалҡындарҙа туңып үләсәк.
Япраҡтары ҡойолоп бөткәс, алмағастарҙы бер тапкыр бордос шыйыҡсаһы йәиһә тимер купоросы менән эшкәртергә кәрәк.
Иң мөһиме - ваҡытында ашлама индереү. Һәр ағас төбөнә ике биҙрә тирес, 50 грамм суперфосфат һәм көл һалырға кәрәк. Әгәр көҙ ҡоро килһә, алмағастарға һыу һибергә онотмағыҙ. Һалҡындар башланғансы ағас төптәрен йомшартып, торф йәиһә тиреҫ һалыу яҡшы буласаҡ.
kiziltan.ru