Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
29 Октябрь 2025, 03:39

Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә «Бәхет хаҡы» спектакле күрһәтелә

Легендар актер Фидан Ғафаровты иҫкә алыу сараһы уның тыуған төйәге Дүртөйлө ҡалаһында үткәрелә.

Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә «Бәхет хаҡы» спектакле күрһәтеләБашҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә «Бәхет хаҡы» спектакле күрһәтелә
Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә «Бәхет хаҡы» спектакле күрһәтелә

6 ноябрҙә район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары репертуарҙағы иң популяр спектаклдә — «Бәхет хаҡы»нда уйнай. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәлисә Мөҙәрисованың әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған был музыкаль мелодрамала төп ролде Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡара. Актерҙың биографияһы ла төп геройҙыҡына оҡшаш. Спектакль театр сәхнәһендә 13 йыл ҙур уңыш менән барҙы.

Фидан Ғафаровтың вафатынан һуң Башҡорт драма театрының иң шәп спектаклдәренең береһе репертуарҙа ҡалырмы тигән һорау килеп тыуҙы. Гастроль спектаклендә Фидан Сафа улы ҡатнашлығындағы күренештәр ҙур экранда күрһәтеләсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән бәхилләшеүҙәре хаҡында яҙғайны. «Бәхет хаҡы» спектакле авторы, яҙыусы Хәлисә Мөҙәрисова Фидан Ғафаров тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә «Бәхет хаҡы» спектакле күрһәтелә
Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә «Бәхет хаҡы» спектакле күрһәтелә
Автор:
Читайте нас