Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
2 Ноябрь 2025, 06:52

Хеҙмәт менән яуланған хөрмәт

 Аҙнай ауылынан Зимфира Муллаярова "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды

Хеҙмәт менән яуланған хөрмәтХеҙмәт менән яуланған хөрмәт
Хеҙмәт менән яуланған хөрмәт

Кешеләргә ярҙам итеү кеүек изге бурыс һалынған социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә. Беҙҙең районда ошо яуаплы йөкләмәне “Оҙон ғүмерлелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. 

Зимфира Фәрит ҡыҙы социаль хеҙмәткәр булып утыҙ йылдан ашыу эшләй. Әлеге көндә уның ҡарамағында 20-гә яҡын оло йәштәге инәй-бабай иҫәпләнә. Магазиндан - аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыу килтереү, өй эштәрендә ярҙам итеү, түләүҙәрен түләү – һанай китһәң социаль хеҙмәткәрҙең эше етерлек.Оҙаҡ йылдар ошо эштә эшләү дәүерендә яҙмыш һынауына дусар булған, яҡлауға, ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙең һәм балаларҙың яҡын дуҫына әйләнгән ул. Ололар ҙа уның килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп ала, күңелдәрен өйкәгән проблемалары менән уртаҡлаша. 

Социаль хеҙмәткәр ҡарауына мохтаж булған кешеләргә көндәлек хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙән тыш, күңел яраларын дауалап, йәшәүгә көс биреүсе, дәрт уятыусы ла Зимфира ханым. 

 

Хеҙмәт менән яуланған хөрмәт
Хеҙмәт менән яуланған хөрмәт
Автор:
Читайте нас