

Йыш ҡына ауыл кешеләре яҡшыраҡ тормош эҙләп ҡалаға китергә тырыша: мегаполиста эш табыу һәм күңел асыу мөмкинлеге ҙур. Әммә кире миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, Алевтина Һәм Фәнүз Әхмәтовтәр ҡалалағы ғәҙәти тормоштарынн ҡалдырып, Аҙнайға күсеп ҡайта. Бында уларға ауыл тормошоноң бөтә нескәлектәренә яраҡлашырға тура килә: күп төрлө сауҙа магазиндары, мәктәп юҡ. Шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡтары ла күп: матур тәбиғәт, таҙа һауа, тынлыҡ, экологик таҙа продукция үҫтереү мөмкинлеге. Яңы мөхит менән уларҙың проблемалары булмай - улар һәр ваҡыт кешеләргә асыҡ була, бында уларҙың туғандары йәшәй, һәм күптәр таныш та.
Ғаилә башлығы Фәнүз Рәүит улы урындағы мәктәпте тамамлағас, Армия сафына алына, ә инде демобилизацияланғандан һуң, Төньяҡҡа эшкә китә. Аҡһыл сырайлы Алевтина Леонидовна Сыуашстанда, Батыр районының Үрге Бюртли Шигали ауылында тыуған, унда 16 йәшкә тиклем йәшәгән.
- Мин ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙмын, тағы берн ағайым һәм ике туғаным бар. Атайым ғүмер буйы колхозда эшләне, ә әсәйем Альбина Васильевна культ хеҙмәткәре ине. Мәктәп йылдарында уҡ йыш ҡына спектаклдәрҙә, төрлө кисәләрҙә ҡатнаша торғайным. Бала саҡтан спорт менән мауыҡтым, әммә миңә иң оҡшағаны-еңел атлетика. Мәктәп һәм район ярыштарында һәр ваҡыт оҙон дистанцияларға йүгерҙем һәм призлы урындар яуланым. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, ике туған апайым бала ҡарау өсөн Нижневартовск ҡалаһына саҡырҙы. Бер нисә айҙан һуң сабыйҙы балалар баҡсаһына бирҙеләр һәм мин һатыусыға уҡырға барҙым. Шул саҡта башҡорт егете менән таныштым да инде, - тип йылмая йәш хужабикә.
Ирле-ҡатынлы икеһе лә эшләй: Фануз водитель, крансы, ә Алевтина дауаханала кастелянша була. Улар йыл һайын иренең тыуған яғына ялға ҡайта һәм ата-әсәһенең иҫке йорто йәнәшәһенә яңы йорт төҙөй башлай. Был ун йыл дауам итә.
- Ирем проектты үҙе эшләне, шунан цилиндрланған бүрәнәләрҙән төҙөлгән бураны Кировтан ҡайтартарттыҡ. Төҙөлөш ваҡытында һәр нәмәне иҫәпкә алдыҡ, эске эштәрҙе үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ: ирем иҙән-түшәмде эшләне, мин буяу эштәрен башҡарҙым. Шәхси йортто төҙөкләндереү ҡала фатирҙарына ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Интерьерға ғәҙәти булмаған бер биҙәк булдырырға тырыштыҡ, мәҫәлән, икенсе ҡатҡа менеү өсөн ҡуйылған баҫҡыстың буш урынын ябыу өсөн ағастан түңәрәк яһағаныҡ, артабан уны киптерҙек һәм буяғаныҡ, - ти улар.
Әхмәтовтар ғаиләһе йорто тыныслыҡ, уңайлылыҡ һәм гармония утрауы кеүек. Бында барыһы ла хужалар ҡулы менән эшләнгән. Былтыр Әхмәтовтар ғаиләһе бөтә уңайлыҡтары булған яңы заманса йортта бар туғандарын саҡырып, өй туйлаған. Бында һәр кемдең үҙ мөйөшө, ҡала фатирындағы кеүек ауыл йортонда йәшәү шарттары булдырылған. Әгәр ҡалала һалҡын ваҡытта йылылыҡ бирмәһәләр, бында ундай проблема юҡ, тип ышандыра хужабикә.
- Күптәр пенсияға сыҡҡас ҡына ауылға күсә, ә беҙ әлегә көс-ҡеүәтебеҙ барҙа бында йәшәргә теләнек. Башҡортостанға күсеү мәсьәләһе килеп тыуғас, мин тап ошонда ҡайтырға теләнем. Хәҙер ҡәнәғәтмен, сөнки хыялым тормошҡа ашты һәм Аҙнайҙа йәшәйем, - тип дауам итә Алевтина. - Килгәс тә миңә шунда уҡ эш тәҡдим иттеләр,хәҙер ауыл китапханаһы мөдиремен. Бында башҡорт халҡы менән эшләйем, барыһын да аңлап етмәйем, әлбиттә, әммә тырышам. Ҡәйнәм иҫән саҡта мин яҡшыраҡ һөйләшә торғайным, унан ҡыҫтыбый, бауырһаҡ, бәлеш кеүек башҡорт ризыҡтарын әҙерләргә өйрәндем. Ғаиләлә тыуған көндәрҙе, Ҡорбан байрамы һәм Пасха кеүек байрамдарҙы билдәләйбеҙ. Бөтә туғандарыбыҙ бергә йыйылғанда, ғаилә байрамдарында ирем башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай, шулай уҡ сыуаш көйҙәре яңғырай. Беҙгә туғандарыбыҙ менән йышыраҡ осрашырға сәбәп бар, сөнки туған ағайым уның Һеңлеһе Регинаға өйләнгән.
Әхмәтовтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 22 йыл. Ғаилә башлығы Фәнүз Рауит улы әлеге мәлдә Әлмәт ҡалаһында вахта ысулы менән эшләй. Өлкән ҡыҙы Арина Мәскәүҙә йәшәй, кесе ҡыҙы һәм улы Дим урта мәктәбендә уҡый. Һығылмалы кәүҙәле Элена элек гимнастика менән шөғөлләнгән, ә хәҙер аэробикаға өҫтөнлөк бирә, сәйләндән, шулай уҡ алмаз картиналар сигеү менән шөғөлләнә һәм оҫта итеп картиналар төшөрә. Улдары Денис бик яҡшы уҡый, уның хоббиһы – лего, ул теләһә ниндәй ҡатмарлылыҡтағы конструкцияларҙы тиҙ генә йыя.
Ғаиләнең киләсәккә пландары аныҡ. Быйыл хужалар һарай төҙөгән, яңы ҡойма эшләгән. Бала саҡтан ауыл эшенә күнеккән йорт хужаһына мунсаны төҙөп бөтөргә һәм участканы төҙөкләндерергә кәрәк.
- Ирем вахтала булған саҡта, балаларыбыҙ менән хужалыҡты алып барабыҙ, хәҙер беҙҙең ихатала ҡаҙҙар, һарыҡтар һәм эттәр бар. Беренсе йәйҙә үк сөгөлдөр, кишер, салат, ҡыяр һәм помидор үҫтерҙек. Алмаларыбыҙҙы тәмләп ҡараныҡ, ҡурай еләгенән варенье ҡайнаттыҡ, өй янында баҡса яһаясаҡбыҙ һәм матур сәскәләр үҫтерәсәкбеҙ, - тип йылмая хужабикә.
Тыуған төйәгеңде ситтән яратыу - бер нәмә, ә тыуған нигеҙҙә йәшәү, уның усағын һаҡлау – бөтөнләй икенсе нәмә. Теләк булғанда, үҙеңдең тормошоңдо, ҡайҙа ғына булһаң да, күҙ алдына килтергәнсә ҡорорға мөмкин. Иң мөһиме, эштән, үҙеңә һәм яҡындарыңа ышаныуҙан ҡурҡма, улар һинең һәр башланғысыңды хуплар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.
Фото ғаилә архивынан.