Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
5 Ноябрь 2025, 05:30

МФЦ - "МАХ"та!

5 сентябрҙән Башкортстан халҡы MAX мессенджерындағы рәсми чат-бот аша күп функциялы үзәк (МФЦ) хеҙмәтенән файҙалана ала. Нисек ҡулланырға?

МФЦ - "МАХ"та!МФЦ - "МАХ"та!
МФЦ - "МАХ"та!

Сервис граждандарҙың МФЦ менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген тағын да уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү  өсөн булдырылған.

Һанлы ярҙамсы МФЦның теләһә ҡайһы бүлегенә дистанцион рәүештә яҙылырға, яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарырга йәки күсерергә, шулай уҡ үҙ мөрәжәғәтенең статусын белергә мөмкинлек бирә.

Бынан тыш, уның ярҙамында кәрәкле үҙәктең адресын һәм эш графигын тиҙ табырға, алынған хеҙмәттәрҙең сифатын баһаларға һәм кире бәйләнеште ҡалдырырға мөмкин.

Яңы "Max" мессенджерының өстөнлөктәре:
- аудио- һәм видеошалтыратыуҙарҙың юғары сифаты;
- үҙебеҙҙә етештерелгән;
- аөса күсереүҙәр - чаттарҙа, башҡа ҡушымталарҙы асыу кәрәк түгел;
- уңайлы һәм хәүефһеҙ аралашыу;
- 4 ГБка ҡәҙәр "ауыр" файлдарҙы бушлай ебәреү мөмкинлеге;
- ИИ-ярҙамсыһы бар;
- сәяхәттәрҙе планлаштырыу сервисы;
- төркөмлө шылтыратыуҙар һәм чаттар.

Фото: башинформ.рф

МФЦ - "МАХ"та!
МФЦ - "МАХ"та!
Автор:
Читайте нас