Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Ноябрь 2025, 06:20

Мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһына ҡушылды

Бишбүләк 1-cе мәктәбенең педагог-психологы Рәфилә Шәйәхмәтова "Беҙ наркотиктарһыҙ тормош өсөн" тигән тема буйынса әңгәмә үткәрҙе.

Мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһына ҡушылдыМәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһына ҡушылды
Мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһына ҡушылды

Акцияның маҡсаты – балалар һәм йәштәр араһында наркомания таралыуын иҫкәртеү, уҡыусыларҙың наркотик ҡулланыу эҙемтәләре һәм уларҙың законһыҙ әйләнешендә ҡатнашыу өсөн яуаплылыҡ тураһында хәбәрҙарлыҡ кимәлен күтәреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.

Рафилә Рәфит ҡыҙы үҫмерҙәргә наркотик матдәләрҙең кеше организмына, бигерәк тә организмға зарарлы тәьҫире, наркотик ҡулланған кешене нимә көтөүе, наркотик матдәләрҙе һаҡлау һәм ҡулланыу өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында һөйләне. Балалар был насар ғәҙәттәрҙән азат булһын өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, күберәк уҡыу һәм спорт менән шөғөлләнеү кәрәк!

https://vk.com/public210652587

Мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһына ҡушылды
Мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһына ҡушылды
Мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһына ҡушылды
Автор:
Читайте нас