Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Ноябрь 2025, 03:46

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр

Ошо көндәрҙә Мырҙахановтар ғаиләһе 65 йыл бергә ғүмер итеү уңайынан тимер туйҙарын билдәләй. 

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләрБәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр

Аҙнай ауылында йәшәүсе Люциә һәм Тимербулат Мырҙахановтар- тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә кисереп, яҙмыштарына яҙған һынауҙарҙы лайыҡлы күтәреп, бәхетле ғүмер кисергән матур пар.  Бөгөн уларҙың донълары етеш, тормоштары түңәрәк. Бындай муллыҡҡа ирешкәнсе, бормалы юлдарҙы шаҡтай үтергә тура килгән уларға.

Геройҙарымдың яҙмыштары оҡшаш: икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән, икеһенең дә атайҙары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Тимербулат ағай һуғыш осоро балаһы булараҡ, замандаштары кеүек бар ауырлыҡты татып үҫә.

- Атайымды һуғыш сыҡҡан көндә үк алып китәләр. Миңа ул саҡта өс йәш тә тулмаған булған, шулай ҙа томан аша тигәндәй, ауыл осона ҡәҙәр оҙата барғанымды хәтерләйем. Әсәйем береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тороп ҡала, хатта иң бәләкәйебеҙ Зәкәриә туғаным атайым һуғышҡа киткәс, 1942 йылда донъяға килә. Шул уҡ йылдың ҡышында атайым Ленинград фронтында һәләк була. Әсәйем, Миңнебанат Салих ҡыҙы, беҙгә бар ғүмерен бағышлап, балаларыбыҙҙы үҫтерешеп, 93 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте,— тип хәтерләй 87 йәшлек уҙаман.

Тимербулат Әхмәт улы замананың бар михнәттәрен күреп, сынығып үҫә: ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырышлыҡ күрһәтә. Ялан аяҡлы ун дүрт йәшлек үҫмер ауыл көтөүен көтөргә керешә, бер аҙҙан уны тиҫтерҙәре менән Силәбе өлкәһенә урман киҫергә ебәрәләр.

Йәмәғәте Люциә апайҙың да ата-әсәһе ҡосағыда иркәләнеп, уйнап-көлөп йәшәр саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлай.

 - Айым фронтҡа киткәс, әсәйем береһенән-береһе бәләкәй    дүрт бала менән ҡала. Мин ул ваҡытта бишектә генә булғанмын. Ул Һарайғыр станцияһында учебкала булғанда ауылға ҡайтып, бесән әҙерләшеп  киткән. Үҙем иҫ белә башлағанда, тормош ауыр ине, ашау яғы наҡыҫ, апайым баҫыуҙан ҡышлаған туң бәрәңге алып ҡайтып, шуны көлсә итеп тә, он ҡушып икмәк итеп тә бешереп ашай инек. Ҡара ергә баҫҡас, балтырған, һарына ашаныҡ, әллә шул үлән ашап үҫкәнгә ныҡ булғанбыҙҙыр инде, - тип хәтирәләрен яңырта ул. – Быуындар нығынмаҫ борон эшкә керештек, келәт алдында эшләгәндә веялканы әйләндерергә көс етмәй торғайны. Баҫыуға сүп утарға, бесән йыйырға йөрөнөк, аслы-туҡлы булһаҡ та, күңелле йәшәнек, фурманға теҙелешеп ултырып эшкә йырлап бара инек. 7-се кластан һуң фермаға һыйыр һауырға барҙым, кейәүгә сыҡҡас та, шунда эшләнем, көс еткеһеҙ һөт тулы феләктәрҙе ат арбаһына төйәп, Өйәҙе йылғаһына илтә инек. Бигерәк тә ҡышҡыһын ауырға тура килде: эштән ҡайтып еткәнсе, еүеш салбар балаҡтары шыҡырайып ҡата ине, шуға күрә, бабай мине йәлләп, һатыусыға уҡырға ебәрҙе.

1975 йылдың яҙында ауылдағы райпо магазинына урынлашып, сәмләнеп эшкә тотона Люциә Шәмсетдин ҡыҙы. Ял көндәрендә дә, байрамдарҙа ла һатыу эшенә бәйле саҡтары аҙ булмай.

- Ҡышҡыһын магазинда һыуыҡ ине, брикет, күмерҙе Приюттан үҙебеҙ барып алабыҙ һәм йоморо мейесте яғып йылыта торғайныҡ. Элеге кеүек, тауарҙы ла килтереп бирмәйҙәр, нимә тура килә, шуға эләгеп, үҙебеҙ барып заказать итәбеҙ. Бер ваҡыт, халыҡтан 50 тонна бәрәңге йыйып райпоға тапшырҙыҡ, тартма-тарма йомортҡа йыйҙыҡ. Ауылдаштарға йорт кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары ҡайтарттыҡ, мебель менән хатта ишек алды тула торғайны. Планды һәр саҡ арттырып үтәнем, тауар күп булғанда, күрше ауыл сельполары ла килеп ала ине. Байрам, һайлау осоронда ла һатыу иттек, өйҙәге эштәрҙе күп ваҡыт төндә эшләй торғайныҡ, - тип йылмая хужабикә.

Ҡатыны ныҡлап һатыу эшенә тотонғас, сират Тимербулат ағайға етә. Ул Бәләбәйгә тракторсылар курсына уҡырға китә. Был осорҙа абруйлы һаналған һөнәрҙе үҙләштереп, киң профилле белгес тыуған яҡ баҫыуҙарында төрлө техникала эшләй.

- Иң тәүҙә гусеничный “ДТ” тракторы бирҙеләр, шунан ике “МТЗ-82” Белорусь тракторын туҙҙырҙым. Элек совхозда мал күп аҫрай торғайнылар, шунлыҡтан күп итеп кукуруз сәсәләр ине, йәй буйына рәт араларын утайым, шунан көнбағышҡа сират етә. Бер йыл хатта кабинаһыҙ тракторҙа эшләргә тура килде, ҡыш буйы фермаға силос ташыйбыҙ. Алыҫ араларға ла йөрөнөк: Приют, Дәүләкән, Стәрлетамактан фураж, жом, күмер, брикет һәм төҙөлөш материалдары ташыныҡ, - ти ул.

Бар ғүмерен тыуған ерендә эшләүгә бағышлаған Тимербулат  Әхмәт улы бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, кукуруз үстерү буйынса ул ике тапҡыр чемпион була. 40 йыл эш стажы алдынгы механизатор “Хеҙмәт ветераны” дигән маҡ­таулы исемгә лаек була. Шул заманда бирелгән транзистор, сәғәт өй түрендә тора. Люциә Шәмсетдин ҡыҙының да фиҙаҡәр хеҙмәте  Маҡтау ҡағыҙҙары, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны” исеме менән билдәләнә.трудовая доблесть  

Ең һыҙғанып эшләгән йылдар, балалар үҫтереү мәшәҡәте инде артта ҡалған. Аҙнай ауылының хөрмәтле пары ошо көндәрҙә бергә йәшәүҙәренә 65 йыл тулыуҙы билдәләй. Бер түбә аҫтында йәшәгәндә  төр­лөһө булғандыр, әммә бөгөн уларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Хәҙер уларҙа бер-береһенә ҡарата ихтирам, бер-береһе тураһында ҡайғыртыу хисе сағыла.

- Ул йылда ноябрь айы бик йылы килгәйне, туғайҙағы йәшел үлән өҫтөнән тарантаслы атта Дим ауыл Советына яҙылышырға барҙыҡ. Беҙ ҡайтыуға табын әҙер ине, яҡындарыбыҙ менән байрам иттек, -  тип йәш ваҡыттарын иҫкә ала юбилярҙар.

Хужалар әйтеүенсә, беҙ тыныс ҡына һөйләшеп ултырған ошо йортто улар 1961 йылда һалып кергән. Бөгөнгө көндә тормоштоң һәр миҙгеленән йәм табып, дөрөҫөрөге Хоҙай биргән яҙмыштарына шөкөр итеп йәшәй улар.

- Ғаилә ҡороп, бер бөтөн булғас, тормош йөгөн тартыу ауыр булманы. Тырышып-тырмашып донъя көттөк, айырыуса балаларҙы уҡытҡанда, аҙбар тултырып һыйыр-башмаҡтар аҫраныҡ, Балаларыбыҙҙы ла эшһөйәр итеп үҫтерергә тырыштыҡ. Улар хәҙер пенсия йәшенә етһәләр ҙә, һаман эшләп йөрөйҙәр. Рәзиләбеҙ генә йыраҡта – Комсомольск Амурскийҙа төпләнде, Лилиә һәм Гөлназ ҡыҙыбыҙ – Өфөлә, Фәнүр улыбыҙ Благоварҙа тора һәм мөмкинлек булғанда беҙҙең яныбыҙға  ҡайталар. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр. Әле булһа ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ, йыл да баҡса үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт алабыҙ, артҡанын күстәнәскә ла биреп ебәрәбеҙ.

Һикһән дүрт йәшлек Люциә инәйҙе ауылдаштары актив йәмәғәтсе булараҡ та белә.  Ул тирә-яҡты йыйыштыуҙа йәки мәсеттә уҙғарылған өмәләрҙән ситтә ҡалмай, ирекмәндәр төркөмөнә ҡушылып, сетка үреүселәргә ярҙам итә, посылкалар әҙерләүҙә ҡатнаша. Быйыл ул “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” республика конкурсында финалға сыҡып, Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Сәнғәткә ғашиҡ хеҙмәт ветераны мәҙәни сараларҙың уртаһында тиергә була. “Хазина” халыҡ фолькор ансамбле ойошторолған йылдарҙан алып уның составында шөғөлләнә. Үҙенә килешле милли кейемдәр тектереп алған ағинәй йырға маһир, бейергә тиһәң – йәшлектәге кеүек өҙҙөрә баҫа. Уның берсә талғын ғына өйөрөлөп, берсә сәхнәлә тыпырҙата баҫыуын ҡараһаң - һис кенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең. Оло йәштәгеләр араһында уҙғарылған район кимәлендәге, төрлө төбәк-ара конкурс-фестивалдәрҙә күп тапҡырҙр еңеүсе булды һәм дипломдар менән бүләкләнде.

- Тормоштар хәҙер шул тиклем матур, йәшәгән һайын йәшәйһе килә. Хоҙай шундай матур оҙон ғүмер биргәнгә рәхмәтлебеҙ. Хәҙер беҙҙе һөйөндөрөп, ете ейән-ейәнсәребеҙ, өс бүләбеҙ һәм бер бүләсәребеҙ үҫеп  килә. Йәйгеһен миңә 85 йәш тула, шунда балаларҙы һәм барлыҡ туғандарҙы йыйып, ике юбилейҙы билдәләргә ниәтләйбеҙ, - тиҙәр ғүмерҙәренең алтын көҙөнә аяҡ баҫыусы юбилярҙар.

Эйе, арабыҙҙа ти­геҙ ғүмер кисергән, күптәргә өлгө булырҙай бындай парҙарҙың булыуы һөйөндөрә. Бөгөнгө көндә уларға бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Бары ҡабыҙған ғаилә усағын һүндермәйенсә, балалары­ның изгелеген күреп, ейәндәренең күңел йылыһын тойоп йәшәү ҙә етә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас