

Башҡортостанда 24 ноябрҙән 8 ғинуарға тиклем “Шыршы-2025” операцияһы үтәсәк, уның маҡсаты – ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү һәм Яңы йыл байрамына шыршы тауарын әҙерләү һәм һатыуҙы етди контролдә тотоуҙы тәьмин итеү.
Ул “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республиканың урман хужалығы министрлығында.
Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә тәүлек әйләнәһенә урмандарға патрулгә сығасаҡ. Бынан тыш, шыршылар һатылған урындарҙа даими рейдтар үткәреләсәк.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Штрафтар күләме 300 мең һумға етеүе ихтимал. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы.
– Әгәр зыян суммаһы биш һәм унан күберәк мең тәшкил итһә, енәйәтсенең ғәмәлдәре РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына килтереүе ихтимал. Был статья буйынса иң юғары яза алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.
Рәмилә Мусина фотоһы.