

«100 йыл — мөһим һәм әһәмиәтле дата! Бындай олпат йәшкә һәр кем етә алмай. Бары тик бирешмәҫ, тормошто яратҡан һәм изге күңелле кешеләр генә», — тип билдәләне Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосопов.
Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы 17 йәшенән үк Ватан һағына баҫа. Уҡыуҙан һуң 1943 йылдың июлендә уны Бөтә Союз Киев 6-сы танк полкына ебәрәләр. Белоруссия фронтында ҡаты алыштар, контузия, яраланыу – йәш һалдат өлөшөнә ауыр һынауҙар төшә. Ул 1949 йылдың октябрендә, Камчаткала хеҙмәт иткәндән һуң ғына өйөнә ҡайта. Тыныс тормошта Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы Ленин исемендәге колхозда механизатор булып эшләй.
«Ветерандың батырлығы – киләсәк быуындар өсөн ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлектең сағыу өлгөһө. Бөгөн дә дүртөйлөләр, алыҫ йылдарҙағы кеүек үк, фашизмға ҡаршы ҡыйыу көрәшә... Ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Рәхмәт һеҙгә! Ғорурланабыҙ!» — тип яҙҙы район башлығы.