Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
16 Декабрь 2025, 07:11

Изге эштәр башында - ирекмәндәр

“Изгелек” төркөмө даими рәүештә МХО-лағыларға ярҙам итә

Изге эштәр башында  - ирекмәндәрИзге эштәр башында  - ирекмәндәр
Изге эштәр башында - ирекмәндәр

Бишбүләк ауылындағы мәсет бөгөн иман йорто ғына түгел, бында көндөң-көнөндә махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн төрлө эштәр башҡарыла. “Изгелек” төркөмө сохарый киптерә, цукаттар әҙерләй, шулай уҡ постель кәрәк-яраҡтары йыя.

Ирекмәндәр бар нимәгә яуаплы ҡарай . Етеҙ ҡуллы апай-инәйҙәр бергәләшеп йомортҡаға туҡмас баҫып киптерә һәм аш йыйылмаһына ҡушып, махсус пакеттарға тултыра.  Бында улдары махсус хәрби операция зонаһында булған әсәйҙәр ҙә, оло йәштәге, пенсияла булған апай-инәйҙәр ҙә бар. Ярҙам иткән һәр кем дөйөм һәм изге эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. 

Изге эштәр башында  - ирекмәндәр
Изге эштәр башында  - ирекмәндәр
Изге эштәр башында  - ирекмәндәр
Изге эштәр башында - ирекмәндәр
Автор:
Читайте нас