

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында районда ирекмәндәр эше киң йәйелдерелде. Был изге эшкә ҡушылыусылар арта бара. Көн һайын тиерлек ирекмәндәр үҙҙәренең бәләкәй, әммә яугирҙар өсөн кәрәкле ярҙам күрһәтә. Ә бөгөн һүҙ ирекмәнлек эшенең башланғысында торған Резеда Фәйзуханова хаҡында бара.
- Мин Бишбүләк ауылында шәхси эшҡыуар Алевтина Герасимовна ойошторған "Плетем массети" төркөмөнә ҡушылдым һәм миңә уның етәксеһе булырға тәҡдим иттеләр, әммә мин ризалашманым, сөнки уҡытыусының эше былай ҙа күп, - тип белдерә Резеда Рауил ҡыҙы. - Иң тәүҙә урын эҙләй башланыҡ. Был хаҡта мин ирем Радмирға мөрәжәғәт иттем, ул район ветеринария станцияһы бинаһынан өс блоктан торған бүлмә бирҙе. Маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн эшселәр станок яһап бирҙе. Кәрәкле материал менән Бишбүләк эшҡыуары Абзалов Заһит ярҙам итте. Беҙ, бер нисә ҡыҙ, Приют ҡасабаһына маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәнергә барҙыҡ, әммә унда ниндәйҙер сара бара ине, беҙҙе индермәнеләр. Ҡайтҡас, таҫмаларҙы киҫеп, өйҙә әҙерләп алып килдек һәм беҙ дүртәүләп - Сидорова Оксана, Фәйзуллина Зөмәйра, Сафронова Марина һәм мин эшкә керештек. Беренсе селтәрҙе беҙ дүрт көн буйына үрҙек, күп тапҡырҙар яңылыштыҡ, ҡабат һүттек һәм ҡайтанан үрҙек. Эш тамамланғас, ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар килә башланы һәм уларға ла шулай уҡ оҫталыҡ дәресе үткәрҙек.
Был ваҡытта район үҙәгендә бер нисә селтәр үреү пункты барлыҡҡа килә. Был изге эшкә төрлө йәштәге ирекмәндәр ҡушылды, улар, үҙ сиратында, күршеләрен һәм таныштарын саҡырҙы.
- Ярты йылдан һуң беҙ иркенерәк бинаға - Бишбүләк урта мәктәбенең 2-се мәктәп оҫтаханаһына күстек. Шунан әкренләп башҡа ауылдарҙа ла маскировка селтәрҙәре үрергә тотондолар. Тыуған ауылым Набережныйҙа йәшәүселәр ҙә был эшкә тотонорға теләк белдерҙе һәм Рим Ғәҙелшин ярҙамы менән клубҡа станок ҡуйылды. Артабан ауылдаштарым өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙем. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы ирекмәндәре һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр менән осрашып, беҙ уларҙы селтәр үреү нескәлектәренә өйрәттек, - ти һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған уҡытыусы.
Ике ай селтәр үргәндән һуң беҙҙең төркөм "кикимора" костюмын эшләргә булды, уны бәйләргә өйрәнеү өсөн ҡыҙҙар менән был юлы Туймазыға барҙыҡ. Һәм беҙ яңы эшкә тотондоҡ - ә ул селтәрҙәр үреүгә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ. Әгәр район буйынса 100-гә яҡын «кикимора» костюмы эшләнһә, беҙҙең иҫәпкә 30 тура килә. Бынан тыш, уҡыусыларыбыҙ "үҙенеке - башҡаныҡы" бәйләүестәре тегәләр, яралылар өсөн махсус чехолдар бәйләйҙәр, бөтә коллектив менән өй туҡмасы әҙерләйбеҙ, посылкалар йыябыҙ. Шулай уҡ мәктәптә окоп шәмдәре әҙерләү ҙә яйға һалынды: банкаларҙы бергә йыябыҙ, парафин һатып алабыҙ, ә балауыҙ менән урындағы умартасылар тәьмин итә. Дөрөҫөн әйткәндә, ирекмәндәрҙең эше бер көнгә лә туҡтамай, - тип һөйләй ирекмән.
Биология фәненән уҡытҡан Резеда Рауил ҡыҙын буш дәрестәрендә оҫтаханала күрергә мөмкин. Бында маскировка селтәрен үреү өсөн станок ҡуйылған, өҫтәлдә ҡырҡылған таҫмалар өйөмө ята, тәнәфестә бында уҡыусылар керә башлай. Уҡытыусы күҙәтеүе аҫтында эш ырап бара. Балалар эшкә яуаплы ҡарай, улар Еңеүгә үҙ өлөшөн индергәндәрен яҡшы аңлай.
- Мәктәп уҡыусыларынан, ғәҙәттә, юғары кластар станок артында эшләй, хәҙер 5-6 кластарҙы ла йәлеп итәбеҙ. Технология дәрестәрендә балалар йыш ҡына селтәр үреүҙә ҡатнаша. Яңы йыл алдынан спорт залында шыршы ҡуйылды, шуға күрә уҡыусылар әлегә спорт менән шөғөлләнә алмай һәм беҙгә ҡушылды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең мәктәптә патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Музейҙа Ватанды һаҡлаусылар тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Кисәге малайҙар, йәғни беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар, хәҙер махсус хәрби операция зонаһында йөрөй, ә был беҙҙең 100-гә яҡын уҡыусыбыҙ тигән һүҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа ҡайтҡас, улар мотлаҡ тыуған мәктәптәренә килә: уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға рәхмәт әйтә, хәрби бурыстары тураһында һөйләй.
Резеда Рауил ҡыҙы биология уҡытыусыһы, педагогик стажы 36 йыл, ул "Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре" исеменә эйә. Абруйлы уҡытыусы күркәм, татыу ғаиләһе менән дә хаҡлы ғорурлана ала. Тормош иптәше Радмир Мөхит улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, Рәмил һәм Алмир Өфө нефть университетын тамамлаған, Өфөлә йәшәйҙәр.
- Мин күп балалы ғаиләлә үҫтем. Ир туғандарым үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын тулыһынса үтәне, һәр ҡайһыһы армияла хеҙмәт итте, Раян Башаров Афғанстанда булды, бик күп наградаларға эйә, Ризат Таулы Ҡарабахта хеҙмәт итте, унда тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашты. Хәҙер минең уҡыусыларым махсус хәрби операция зонаһында йөрөй, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Резеда Рауил ҡыҙы. - Беҙ, бөтә коллектив менән, фронттағы егеттәргә ярҙам итеү өсөн дөйөм эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Беҙҙең районда яҡшы, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан кешеләр күп булыуы ҡыуаныслы. Яңы йыл алдынан махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙарға изге теләктәр яҙып хат-открыткалар, посылкалар әҙерләнек, сөнки Яңы йылды хәрби поста ҡаршылайҙар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.