Был проект ярҙамында ауыл халҡы урындағы клуб бинаһын тыштан көпләргә һәм тәҙрәләрҙе яңыға алмаштырырға ниәтләй. Был клуб бинаһының ауыл халҡының мәҙәни тормошонда мөһим роль уйнауы менән бәйле. Унда төрлө осрашыуҙар, байрам саралары үтә, шулай уҡ ул ауыл халҡының аралашыу һәм ижад итеү урыны булып тора.
Ҡаныҡай клубында "Наза" фольклор ансамбле, "Мирфайза" вокаль ансамбле әүҙем эшләй, улар ҡатнашлығында бөтә байрам саралары үтә, шулай уҡ район конкурстарында ҡатнаша һәм дипломдар ала. Беҙҙең клубтың ғорурлығы булған «Тылсымлы мондар» ҡумыҙсылар ансамбле район сараларында ғына түгел, республика кимәлендәге сараларҙа ла уңышлы ҡатнаша. Ҡаныҡай клубында шулай уҡ «Беҙ эргәлә» ирекмәндәр ойошмаһының штабы урынлашҡан. Маскировка селтәрҙәре үреү, маскировка костюмдары әҙерләү, антидрон юрғандар тегеү буйынса өс йыл тиерлек өҙлөкһөҙ эш алып барыла.
Стеналарҙы тышҡы яҡтан көпләү һәм яңы тәҙрәләр ҡуйыу клубта эшләү уңайлылығын арттырыр, йыл әйләнәһенә мәҙәни саралар үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырырға һәм йылытыу сығымдарын һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирер ине.
Был проектты тормошҡа ашырыу ауыл халҡының берҙәмлеге һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыу мөмкин буласаҡ. Халыҡтың тауыш биреүҙә һәм аҡсаны тотоноуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшереүҙә әүҙем ҡатнашыуы уларҙың тыуған ауылын үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Клубты модернизациялауҙың мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ. Саралар үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙан тыш, яңыртылған бина ауылдың мәҙәни мираҫы һәм киләсәге тураһында хәстәрлек символына әүереләсәк. Был шулай уҡ йәштәрҙе ижади коллективтарға һәм ирекмәндәр хәрәкәтенә йәлеп итеүгә, быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Бинаны йылытыу һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу — ремонт ҡына түгел, ә ауыл халҡының ихтыяжына ярашлы хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу тигән һүҙ.
Мәҙәни усаҡты йылытыу һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу буйынса эштәрҙе тамамлау киләһе йылға планлаштырылған. Ауыл халҡының берҙәмлеге менән беҙ уйлағанды тормошҡа ашыра алырбыҙ тип ышанабыҙ! Әминә АБДРАХМАНОВА, мәҙәниәт йорто етәксеһе.
Шәхси архивтан фото.