

Уға 10 ғинуарҙа 106 яшь тулған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтыйхованы Рәсәй Президенты Владимир Путин тыуған көнө уңайынан ҡотлаған
Дәүләт башлығынан открытканы шәхсән Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников һәм район хәкимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов тапшырған. Ветеран үҙ сиратында ҡунаҡтарға үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттергән, тормошо һәм яҡындары тураһында һөйләне. "Мәсөйрә Фәтихова — барыбыҙ өсөн дә ныҡлыҡ һәм батырлыҡ, Ватаныбыҙҙы һәм халҡыбыҙҙы яратыу өлгөһө», — тип белдерә Ғәзизйән Әхмәтйәнов.
Фото: Өфөнөң Калинин районы администрацияһы матбуғат хеҙмәте