5 ғинуарҙа Башҡортостандың “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында 100-ҙән ашыу турист зубрҙар янына экскурсияға барҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Был хайуан төрөнөң тарихи популяцияһын тергеҙеү “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарының береһе булып тора.
Сараға Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан, Мәләүездән, Ырымбурҙан ҡунаҡтар, шулай уҡ Күгәрсен районынан мәктәп төркөмдәре килде. Улар хайуандарҙың тәбиғи йәшәү шарттары булдырылған махсус демонстрацион вольерҙа тотолған зубрҙарҙы күҙәтә алған.
“Зубрҙарҙы күрергә теләгән туристар ағымы тотороҡло үҫә, һәм ҡунаҡтарҙың географияһы һиҙелерлек киңәйә. Әгәр элек Мораҙымға башлыса спелеология һөйөүселәр килһә, хәҙер беҙ балалы ғаиләләрҙең ҙур ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Беҙгә Башҡортостан ҡалаларынан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан, Шшулай уҡ Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан киләләр. Күптәр өсөн был мөһабәт хайуандар менән осрашыу сәфәрҙән төп тәьҫорат булып тора”, — тип билдәләне парктың экологик методисы Гөлназ Туймөхәмәтова.
Төбәктә зубрҙарҙың тарихи популяцияһын тергеҙеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Туғыҙ хайуандан торған беренсе төркөм 2023 йылдың майында, икенсеһе шул уҡ йылдың декабрендә индерелә. Бөгөнгө көндә паркта биш зубр быҙауы тыуған, был хайуандарҙың яңы шарттарға яҡшы яраҡлашыуын күрһәтә.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!