

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» (национальный проект «Туризм и гостеприимство») милли проекты сиктәрендә Белорет районында «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» маршруты янында урынлашҡан яңы кемпинг объекттары төҙөлә.
Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 20 миллион һум аҡса бүленгән. Был автотуризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, сәйәхәтселәрҙең туристик әүҙемлеген дәртләндереү һәм уңайлы ял өсөн шарттар булдырасаҡ.
— 2025 йылда Берҙәм субсидия сиктәрендә яңы ярҙам төрө барлыҡҡа килде - раҫланған автомобиль туристик маршруттары составында автомобиль юлдары эргәһендә туристик инфраструктураның капиталь булмаған объекттарын төҙөү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн субсидиялар биреү. Был сара Башҡортостандың 17 муниципаль берәмеге буйлап үткән «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» автомобиль маршрутын үҫтереүгә булышлыҡ итә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Белорет районында ике проектты ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла: «Урман ҡарағайы» кемпингы һәм «Ете туған» автокемпингы, уларҙың сиктәрендә башҡорт тирмәләре формаһында коллектив урынлаштырыу саралары булдырыласаҡ. Уларҙа аш-һыу әҙерләү өсөн кухня зоналары, йоҡо урындары һәм санузелдар ҡаралған, был ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Кемпинг һәм автокемпинг биләмәһендә туристарҙы урынлаштырыу өсөн махсус билдәләнгән зоналар - питчтар ойоштороласаҡ, был палаткалы ял яратыусыларҙы урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Туристарҙы хеҙмәтләндереү кимәлен һәм хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн шулай уҡ административ пункттар, спорт майҙансыҡтары булдырыласаҡ, улар ярҙамында ҡунаҡтар әүҙем ял төрҙәре менән шөғөлләнә аласаҡ.
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә. Туристар - сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
bashgazet.ru