Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Ғинуар , 06:34

Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы

Бишбүләк районан буласаҡ танкистар хеҙмәт итә

Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағыХәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы
Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы

Ҡазан юғары танк команда орденлы Жуков исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы училищеһының  курсанты тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Тыумышы менән Калиновка ауылынан булған Григорий Зарянов көндәлек тормошо тураһында һөйләне.

Бишбүләк районынан илдең юғары хәрби команда уҡыу йорттарында РФ Ҡораллы Көстәренең буласаҡ  офицерҙарынан ни бары өс курсант белем ала. Һәм иң ҡыҙығы шул, улар барыһы ла, бергәләп, Ҡазандағы легендар танк училищеһы курсанттары. Улар — Калиновканан Григорий Зарянов, Йылбулаҡ-Матвеевканан Артем Рәҡипов  hәм Иттихаттан беренсе курс танкистары Илyр Ғәлиев. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, улар барыһы ла күптән түгел каникулда булғандар, тап бына  Яңы йыл байрамдарында өйҙәренә ҡайтҡандар.

— 2024 йылда Бишбүләк ауылыныn 2-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, оҙаҡ уйлап тормайынса, 19 августа, имтихандарын уңышлы тапшырып, Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға керҙем, — тип һөйләне Григорий Андреевич Зарянов. — Класташым Артем Рәҡиповтың бында уҡырға килеүен белгә, мин ғәжәпләндем! Беҙҙең уртаҡ ҡарарҙар hәм килешеүҙәр булманы. Хатта һөйләшеп тә торманыҡ hәм мә         ктәпте тамамлағас, бер-беребеҙ менән күрешмәнек тә. Ә бында, мәктәп йылдарындағы кеүек, яңынан таныштыҡ. Һәм был бик шәп булды!

Йәш курсант мауығып буласаҡ танкистарҙың көндәлек тормошо тураһында һөйләй. Училищела барлығы 12 рота, унда ике меңдән артыҡ курсант белем ала. Һәм теләһә ҡайһы хәрби уҡыу йортондағы кеүек, бында беренсе урында көсәйтелгән физик әҙерлек тора. Иртәнге сәғәт алтыла уяналар. Көндәлек зарядкала йомғаҡлау этабы булып алты километрға кросс маршы тора.

— Беҙҙә һәр дүшәмбе — командирҙар көнө, — тип дауам итә Григорий Зарянов. — Плацта беҙ үҙебеҙҙең часть командиры генерал менән осрашабыҙ. Һәм, ғәҙәттәгесә, шунан һуң занятиеларға таралабыҙ. Был көндә беҙгә әле оҙаҡ һәм ауыр строй әҙерләргә — йырлап строй смотры көтөлә. Беҙҙе көн һайын бик яҡшы һәм тәмле ашатыуҙарын айырыуса билдәләп үткем килә. Беренсе курста стипендия 2500 һум тәшкил итә, ә икенсе курстан ул 15000 һумдан башлана hәм 27000 һумға ҡәҙәр етә. Шәмбe hәм йәкшәмбе көндәрендә училище клубында төрлө патриотик кинофильмдар hәм боевиктар ҡарайбыҙ, ә физик hәм хәрби әҙерлек отличнитларын даими рәүештә Ҡазанға хеҙмәттән азат итәләәр. Йыл һайын Тоцк лагереның танк полигонына барабыҙ, унда штатлы артиллерия снарядтары менән атыштар яһайбыҙ. Төрлө быуын танктары: Т-72, Т-82, Т-90 hәм заманса Т-14 танкында идара итeргә өйрәнәбеҙ. Тактик-техник мәғлүмәттәрҙе лә, сит илдә етештерелгән танктарҙың hәм бронемашиналарҙың төҙөлөшөн дә өйрәнәбеҙ. Беҙҙең училищела Америка, Германия hәм Швейцарияла етештерелгән танкар hәм бронетранспортерҙар бар, уларҙы МХО хәрби хәрәкәттәр зонаһынан алып киләләр. Дөрөҫөн әйтәм: беҙҙең хәрби техника «абрасм»дарҙан күпкә модернизацияланған. Буласаҡ хәрби офицер танкист hөнәрен һайлауыма үкенмәйем. Беҙҙең танктар дoнъяла иң яҡшылары!

Рәсәй Ҡораллы Көстәренең  буласаҡ офицеры Григорий Зарянов тыуған 2-се  мәктәбендә булды hәм уҡытыусылар, уҡыусылар менән осрашты.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы
Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы
Автор:
Читайте нас