Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ғинуар , 11:38

Студент йылдары – иң матур мәл!

Бөгөнгө студенттар араһында белемгә ынтылышлы, маҡсатлы йәштәрҙең күп булыуы шатландыра. Октябрьский нефть колледжында белем алыусы Алмаз Халиҡов hәм Илнар Әhлетдинов та алдынғылар рәтендә 

Студент йылдары – иң матур мәл!
Студент йылдары – иң матур мәл!

Студент йылдарын һәр кем ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала торғандыр. Был йылдар кеше тормошоноң бер яҡтан, ҡыҙыҡлы, икенсе яҡтан , яуаплы һәм хәл иткес мәле. Ҡыҙыҡлы, сөнки яңы мөхит, яңы асыштар һәм танышыуҙар менән тулы осор. Яуаплы һәм хәл иткес, сөнки, ата-әсәнең ҡанаты аҫтынан сығып, күпмелер дәрәжәлә үҙаллы тормош башлайһың, киләсәктә ғүмереңде бағышлаясаҡ һөнәр алаһың. Ә бына хәҙерге студенттар нисек уҡый һәм ниндәй уйҙар менән йәшәй? Һеҙҙе Бишбүләк егеттәре – Алмаз Халиков һәм Илнар Әһлетдинов менән яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ. 

Ун туғыҙ йәшлек Алмаз район үҙәгендә йәшәүсе Гөлнара һәм Азат Халиҡтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән. Был ғаилә пары улдарын бәләкәйҙән һәр яҡлап үҫтерергә тырыша.

- Беҙ дуҫым Илнар менән икебеҙ ҙә Бишбүләк ауылының 1-cе урта мәктәбен тамамланыҡ, хәҙер Октябрьский ҡалаһындағы С.И. Кувыкин исемендәге Нефть колледжының дүртенсе курсында уҡыйбыҙ. Мин нефть һәм газ скважиналарын быраулаусы һөнәрен аласаҡмын. Уҡытыусылар тырышҡан студенттарҙы күрә, белем кимәлен дә ғәҙел баһалай. Лекцияла яҙған конспекттар ныҡ ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта интернет селтәрендә лә күп һорауҙарға яуап табып була. Мин юғары стипендия алып уҡыйым. Йәшәү-көнкүреш шарттарына килгәндә, беҙ, дүрт егет, бер фатирҙы арендаға алып торабыҙ, барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар, хәҙер инде бер-беребеҙгә өйрәндек һәм үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ, - тип һөйләй Алмаз Халиҡов.

Студент тормошо, әлбиттә, уҡыу менән генә сикләнмәй. Алмаз менән Ильвир уҡыу йортонда үткән сараларҙа, субботниктарҙа әүҙем ҡатнаша, мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән шөғөлләнгән егеттәр бында ла һынатмай.

- Йәштәр тормошо шаулап-гөрләп тора. Студенттың төп бурысы, әлбиттә, уҡыу. Әммә ваҡытыңды дөрөҫ планлаштырғанда көнөңдө ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә булалыр, тип уйлайым. Кеше үҙенә бик күп шөғөл табырға, үҙен бар яҡтан да камиллаштырырға тейеш. Беҙҙә күп йәштәр колледж тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Кемдер спортты, кемдер үҙешмәкәр сәнғәтте үҙ итә. Үҙемә килгәндә, мәктәптә уҡығанда ла спорт менән дуҫ булдым, ваҡыт булғанда тренажер залына йөрөйөм, сөнки күнекмәләр үҙеңде формала тоторға ярҙам итә. Телевизорҙан футбол матчтарын ҡарарға яратам, Испанияның “Реал Мадрид” һәм үҙебеҙҙең “Салауат Юлаев” командаһы көйәрмәнемен, колледжда волейбол буйынса йыйылма командала уйнайым, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Бишбүләккә ялға ҡайтҡанда  баскетбол, волейбол  ярыштарында һәм хоккей уйындарында ҡатнашам, - ти, һау-сәләмәт тормош алып барыусы Алмаз.

Егеттең ата-әсәһе Гөлнара һәм Азат Халиковтар улдарының һәр аҙымын хуплап тора. Әсәһе улының спорт ярыштарында алған кубок, миҙалдарын, дипломдарын  күрһәтә. Йәш егеттең копилкаһында улар шаҡтай йыйылған. Мәҫәлән, Алмаз мәктәптә уҡығанда уҡ Татьяна  һәм Гоча Онанашвили алып барган армспорт түңәрәгендә биш йыл шөғөлләнә. 2016 йылда үҙ ауырлыҡ категорияһында гер күтәреү буйынса чемпион булған. Хоккей буйынса И.Ғимаев исеменә уҙғарылған район турнирында Алмаз уйнаған команда 3-cө урын алһа,  Раевкала үткән төбәк-ара турнирҙа (2021)  улар 2-cе урын яулай. Етеҙ һәм ҡаҡса кәүҙәле егет бер нисә йыл элек Бөйөк Еңеүгә багышланган эстафетала финишка 2-cе булып килә. Район кимәлендә үткән мини-футбол буйынса муниципаль этап ярыштарында ла үҙ көсөн һынай һәм командаға еңеү килтерә (2022), (2024).

Айырылмаҫ дуҫтарҙың икенсеһе – Ильнар Әһлетдинов та мәктәптә уҡыған осорҙа  команда составында хоккей уйнай, районда үткән футбол, мини-футбол ярыштарында ҡатнаша, “Парус” спорт-комплексына тренировкаларға йөрөй. Хәҙер иһә ошо уҡыу йортонда электрик һөнәрен үҙләштерә. Тыуған йорттарына йыш ҡайтып йөрөгән егеттәрҙе ата-әсәләре түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

- Илнар беҙҙең ғаиләләге өс баланың иң өлкәне булараҡ, үҙен яуаплы тоя, холҡо тыныс. Улыбыҙ мәктәптә имтихандарҙы юғары балға тапшырҙы һәм колледжға бер ауырлыҡһыҙ уҡырға керҙе. Дуҫы ла шунда уҡырға барғас, бигерәк тә шатландыҡ. Икеһе лә автомәктәптә уҡып, “права” алдылар, хәҙер Алмаздың машинаһында бергә ҡайтып-китеп йөрөйҙәр. “Ишәй менән Ҡушай” кеүек, улар гел бергә. Йәйгеһен ял итергә, балыҡ ҡармаҡларға йөрөйҙәр. - тип улының мауығыуҙары менән таныштыра Айһылыу Фәнил ҡыҙы. – Колледжда уҡығанда тәүҙә ата-әсәләр йыйылышына барһаҡ, хәҙер телефон аша бәйләнеш тотабыҙ. Үткән йылда Илнар менән Алмаз бергә уҡыған иптәштәре менән Когалымда өс ай практикала булды. Унда уларға шул тиклем оҡшаған: эшкә лә өйрәнгәндәр, эш хаҡы ла алғандар.

Егеттәр матур тәрбиә биргән, ҙур тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәткән, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған атай-әсәйҙәренә оло рәхмәтле. Алмаз менән Илнар өсөн күңелле лә, мәшәҡәтле лә булған студент йылдары тамамланырға бер нисә ай ғына ҡалған, ә әлегә уларҙы сессия, имтихандар һәм Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү көтә. Беҙ ҙә уларҙың алда барыһы ла уңай булыуын теләйбеҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Студент йылдары – иң матур мәл!
Студент йылдары – иң матур мәл!
Студент йылдары – иң матур мәл!
Автор: Гумерова Л
Читайте нас