Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ғинуар , 12:00

Улы һәләк булған әсәнең миллиондарын алдап алғандар

Салауат ҡалаһында мутлашыусылар пенсионер ҡатынды 7 миллион 400 мең һумға алдаған. Алдау ҡорбаны - хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙең әсәһе.

Улы һәләк булған әсәнең миллиондарын алдап алғандар
Улы һәләк булған әсәнең миллиондарын алдап алғандар

Мөрәжәғәт итеүсе улы иң элек хеҙмәт иткән хәрби частең юрисы менән түләүҙәргә документтар рәсмиләштереүен һөйләгән. Сама менән өс аҙнанан һуң уға хәрби ведомство хеҙмәткәренән шылтыратыу килә. Билдәһеҙ кеше хәбәр итеүенсә, уның улын үлгәндән һуң "Батырлык ордены" һәм «Батырлык өсөн» миҙалы менән бүләкләгәндәр.  Аферист аңлатыуынса, бер тапҡыр түләнә торған аҡса менән ул үҙе шөғөлләнергә мөмкин, бының өсөн уға әсәнең паспорт номеры кәрәк. Ханым, бер ҙә шикләнмәйенсә, мәғлүмәттәрҙе хәбәр иткән. Артабан уға «банктың хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре», «Мәскәү ҡалаһы буйынса айырыуса мөһим эштәр буйынса тикшереүсе», «Үҙәк Банк департаменты белгесе»нән шалтыратыуҙар килә башлаған. Енәйәтселәр уның исеменән кредит рәсмиләштерергә тырышыуҙарын хәбәр иткән, ул улына аҡсалата түләүҙәр алғанмы икәнлеген асыҡлаған һәм мошенниктар ғәмәлдәрен булдырмаҫ өсөн иҫәптәрҙе ябырға һәм аҡсаларҙы «Үҙәк банк» ячейкаһына күсерергә күндергән, ә барлыҡ аҡсалар килгәс, «Үҙәк Банк» йәнәһе төп яңы счетты активлаштырасаҡ.
Бер һүҙ менән әйткәндә, схемалар таныш, мошенниктар ла шул бер үктер инде, тик ҡорбандар ғына төрлө. Зыян күреүсе, алдаусыларға ышанып, уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш иткән һәм 7 миллион 400 меңдән артыҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Шуныһын ла билдәләп үтергә кәрәк, ханым мошенниктар тураһында хәрби часть юристы тарафынан да, банк хеҙмәткәрҙәре тарафынан да күп тапҡырҙар киҫәтелгән булған.

Полиция ошо турала киҫәтә: мошенниктар ҡорбаны булмаҫ өсөн, аҡса тураһында һүҙ сыҡһа, кисекмәҫтән һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Һеҙгә ҡушылған номерҙар буйынса шылтыратмағыҙ. Бер ҡасан да һәм бер кемгә лә СМС кодтарын, банк карталары мәғлүмәттәрен, аккаунттан паролдәрҙе тапшырмағыҙ. Һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ һәм тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан ҡушымталарға инмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мошенниктар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштырырға мөмкин, бер төрлө лә "хәүефһеҙ" йәки "махсус" счеттар юҡ!

Фото: башинформ.

 

 

Улы һәләк булған әсәнең миллиондарын алдап алғандар
Улы һәләк булған әсәнең миллиондарын алдап алғандар
Автор:
Читайте нас