Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар , 11:02

Фәһемле тамаша

Ҡорған ауылының һәүәҫкәр артистары тамашасыларға ысын ял сәғәттәре бүләк итте

Фәһемле тамаша
Фәһемле тамаша

“Өмөт” халыҡ татар театры Мөнирә Сафинаның “Ике болот” исемле пьесаһын сәхнәләштереп, театр һөйөүселәрҙе Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының мәҙәниәт йортоноң тамаша залына йыйҙы. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ауылдың һәүәҫкәр артистары ҡуйған драманы ҡарарға килде.  Заманыбыҙ өсөн бик актуаль проблеманы сағылдырған пьесаны тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

Ғүмер көҙөндә балаларының рәхимһеҙлегенә юлыҡҡан оло йәштәге ата-әсәнең яҙмышы тураһындағы был драманы, үҙешмәкәр артистар, үҙ йөрәктәре аша үткәреп һәр тамашасының күңеленә үтеп инерлек, уйланырлыҡ итеп башҡарып сыға алды.Ролдәрҙе  ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙылар: Гөләндәм — Әлфиә Булат, Хәйәт — Зөлфиә Яхина, Хафизулла — Рим Хәйретдинов, Фәрдиә — Эльвира Ғарипова,  килен – Эльвира Махиянова.

Тормошта һабаҡ булырлыҡ был әҫәрҙе кемдәр уҡымаған, китапхананан алып уҡый алаһығыҙ.

Фәһемле тамаша
Фәһемле тамаша
Фәһемле тамаша
Фәһемле тамаша
Автор:
Читайте нас