“Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре” порталында туризм тармағында эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн яңы хеҙмәт барлыҡҡа килде. Дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп маҡсаттарының береһе. Был хаҡта республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр.
“Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы “Тормош хәлдәре” бүлегендә туризм инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә ер участкаһын алыу тураһында ентекле яҙылған. “Профилле министрлыҡтар менән берлектә төбәктә эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Электрон хеҙмәттәрҙең үҫеше процестарҙы оптималләштерергә һәм ер участкаларын алыу йәки эшҡыуарҙарға башҡа ярҙам сараларынан файҙланыу процедураһын тиҙләтергә булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
"Тормош хәлдәре" бүлеге Башҡортостан “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының төп битендә урынлашҡан.
Фото: “Аңлатабыҙ. Башҡортостан”.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!