23 ғинуарҙа, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында XIX быуаттың билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы “Быуаттар тарихына уйылған Ғәли Соҡорой...” исеме аҫтында тантаналы саралар үтте.
Ойоштороусылар исемлегендә – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Тәтешле районы хакимиәте. Өфө ҡунаҡтары өсөн мәғрифәтсенең тыуған яғындағы музейынан бихисап уникаль экспонаттар ҙа килтерелгәйне. “Һандыҡта ҡалған хазина” тип аталған күргәҙмә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм тарих менән күҙмә-күҙ осрашыу мөмкинлеген бирҙе.
https://vk.com/wall-109622739_98427