Һәүетемсә генә барған көйлө тормошто махсус хәрби операция башланыуы тамырынан үҙгәртте. Сәлим” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа махсус хәрби операциянан ситтә ҡала алмаҫын тойғандай, алалармы-юҡмы икәнен белешеү өсөн хәрби комиссариатҡа бара. Һәм күп тә үтмәй, Рәсәй Ҡораллы көстәре менән килешеү төҙөп, хәрбиҙәр составын тулыландыра.
- Мин 2023 йылдың октябренән бирле алғы һыҙыҡта йөрөйөм. Шул ваҡыт эсендә ҡаты яраландым. Водитель булараҡ, үҙебеҙҙекеләргә көнкүреш кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек ташый инем. Бер ваҡыт юлда барғанда дрон һөжүм итте. Машинаға зыян булманы, командир менән уны тиҙ генә ышыҡ урынға йәшереп ҡуйҙыҡ та, юлды таҙартыр өсөн ҡабат шул ергә барҙыҡ. Йәнә өҫтә дрон күренде. Унда ағастар үҫә, мине тулҡын менән ағас аҫтына атып бәрҙе, шул мине ҡотҡарҙы ла инде. Тағы шуныһы: биш кешенән бер мин генә бронежилет һәм каскала инем. Малайҙар ҡайһыһы ҡайҙа ҡасып бөттөләр, минең танауҙан ҡан китте, яҡында ғына блиндаж бар ине, ҡысҡыра торғас, берәү килеп мине шунда һөйрәп төшөрҙө. Биш кешенән беҙ, ике кеше, яраландыҡ. Татарстандан булған иптәшемдең үпкәһе зарарланғайны, блиндаж госпиталенә үҙ аяғы менән килде, уға кислород баллоны ҡуйҙылар, мин дә медсестраға ярҙам иттем. Иртән госпиталгә оҙаттылар, әммә, үкенескә күрә, ул юлда вафат булған. Үҙем тәүҙә Симферополдә, шунан Мәскәүҙә һәм Читала дауаландым, әле булһа тәнемдә ике ярсыҡ йөрөй, - тип һөйләй 62 йәшлек ир-егет.
Ауылға ҡайтып бер аҙ тернәкләнгәс, “Сәлим” ҡабат махсус хәрби операцияға юл тота. Яҡташыбыҙҙың Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнеүе лә ҡыуаныслы. Әлеге мәлдә ул хеҙмәт иткән полк Херсон өлкәһендәге Кинбурунг косаһын дошмандан һаҡлай.
- Был утрауҙың оҙонлоғо 10 км, киңлеге 3 км, беҙ торған ерҙә совет заманынан ҡалған катакомбалар бар, водолаздар шунда күнекмәләр үткәргәндәр. Йыш ҡына Днепр яғынан Украина дрондары һөжүм итә, уларҙы тере көс ҡыҙыҡһындырмай, күберһенсә беҙҙең танк, КамАЗ һәм башҡа техниканы юҡ итергә тырышалар. Беҙ һалдаттар өсөн “буханка” машинаһында тауар һәм кәрәк-яраҡтар ташыйым. Задание килһә, таңғы сәғәт 4-тәрҙә сығып китәм. Пилотһыҙ һөжүм итеү аппараты ҡурҡынысы булһа, рация аша хәбәр итәләр һәм йәшенеп торабыҙ. Бында былтырғы кеүек ҡыш йылы түгел, һыуыҡ һәм һуңғы ваҡытта ҡар күп яуҙы. Машина өҫтөнә ҡуйылған сеттәрҙе дошман дроны шәйләмәһен өсөн, аҡбур менән буяп, ағартып ҡуябыҙ, - тип көндәлек хеҙмәте тураһында һөйләй ул.
Осрашыу барышында саҡырылған ҡунаҡ махсус операция зонаһында үҙенең хеҙмәте һәм хәрбиҙәрҙең көнкүреше, дуҫтары, ауыр ваҡытта бер-береһенә дуҫтарса ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Яугирҙәргә тос ярҙам күрһәткән ауыл ирекмәндәренә "Сәлим" рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул ауылдаштарына, район халҡына алғы һыҙыҡта мөһим булған “РЭБ” Булат кеүек заманса ҡорамалдар алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн рәхмәтле.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙе өйөндә ҡатыны Гөлназ һәм балалары, туғандары ҡаршы алды. Бынан тыш, биш бала атаһын һөйөнөслө ваҡиға көтә ине: ул бер айлыҡ сабыйын ҡосағына алды.
Бер нисә көндән "Сәлим" ҡабат хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланасаҡ. Осрашыу аҙағында яугиргә күстәнәскә тип дарыу үләндәренән сәй, оҙаҡ яныусы шырпылар, ҡайнатма-бал, тәмлекәстәр тапшырылды. Яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙәргә именлек-һаулыҡ һәм еңеүҙәр менән тиҙерәк тыуған төйәктәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.