2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Башҡортостанда биш күпер реконструкцияланды һәм капиталь ремонтланды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.
Яңыртылған ҡоролмаларҙың дөйөм оҙонлоғо 274 погон метр тәшкил итә. Әлшәй районында Ҡорҫаҡ, Ауырғазы районында Турһағаҙы һәм Үҙән йылғалары аша, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районындағы шишмә һәм Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы аша күперҙәрҙә капиталь эштәр башҡарыла.
“Был күпер ҡоролмалары ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмай. Подряд ойошмалары күперҙәрҙең терәк конструкцияларын алмаштыра, аралыҡлы ҡоролмаларҙың таяуҙарын һәм балкаларын яңырта, барьерлы ҡоймалар һәм башҡа элементтар ҡуя. Башҡарылған эштәр арҡаһында күперҙәр буйлап хәрәкәт хәүефһеҙ һәм республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайлы булды”, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 1260 погон метрлыҡ 11 күпер тәртипкә килтерелде.
2026 йылда 1,5 мең метр самаһы күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Сығанаҡ: bashgazet.ru