Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль , 15:48

Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар

Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө алдынан Бишбүләк ауылының Ватанды Һаҡлаусылар Паркында тантаналы митинг үтте.

Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар

Сарала Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ветерандар ойошмаһы вәкилдәре, учреждение етәкселәре, шулай уҡ район халҡы ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Ғәлиев йыйылыусыларға тантаналы һүҙ менән мөрәжәғәтр итте. Ул был датаның теләһә ҡайһы минутта Ватанды яҡларға әҙер булған рәсәйҙәрҙең сыҙамлығы һәм батырлығы символы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ райондың хәрби комиссары Салауат Абдуллин һәм яугир-интернационалистарҙың ветерандар Советы рәйесе Вильмир Әхмәтйәнов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Мәктәп уҡыусыларының ҡотлауҙары айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды. Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ветерандар өсөн ҡулдан эшләнгән открыткалар әҙерләгәйне һәм һәр кемгә иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. 

Митингтан һуң ҡатнашыусылар мемориаль таҡталарға сәскәләр һалды. Һуңынан яугир-интернационалистар төркөмдәргә бүленеп, Ҡушйылға, Дүсән һәм Егоровка ауылдарына хәрби иптәштәре ерләнгән урындарға юлланды. Шуныһы мөһим, Ҡушйылға ауылында йыл һайын саңғы ярыштары һәм пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыштар үткәрелә. Улар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Владимир Яковлев иҫтәлегенә арнала.

Бишбүләк районынан был һуғышта 114 яугир ҡатнашҡан. Яугир-интернационалистарҙың һәр икенсеһе хәрби наградалар менән ҡайтҡан. Бөгөн районда 46 афған ветераны йәшәй. Уларҙың иң йәшенә — 57, иң өлкәненә 68 йәш. Геройҙарға мәңгелек дан һәм тереләргә иҫәнлек!

Сығанаҡ: vk.ru/wall-172931042_12004

 

Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар
Автор:
Читайте нас