Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль , 22:02

Туймазы уҡытыусыһы "Фидиппида юлы" марафонын үтте

Уҡытыусының шәхси башланғысы мәктәп хәрәкәтенә әйләнгән: ул уҡыусылар өсөн күмәк йүгереү һәм «10 мең аҙым» акцияһын ойошторған, шуның менән йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп иткән. 

Туймазы уҡытыусыһы "Фидиппида юлы" марафонын үтте
Туймазы уҡытыусыһы "Фидиппида юлы" марафонын үтте

Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Радик Ғәбдрәхимов боронғо грек яугиренең легендар уҙышына арналған «Фидиппида юлы» халыҡ-ара онлайн-марафонын уңышлы тамамланы. Был сара «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (государственная программа «Спорт России») маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Ярыш WorldRun.online платформаһында үтте. Уҡытыусы 42 саҡрым арауыҡты өс көн дауамында, эш алдынан һәм эштән һуң ауыл янындағы урманда йүгереп үткән. Бәйге шарттары буйынса ҡатнашыусылар был арауыҡты йүгереп, атлап йәки велосипедта йөрөп үтә ала ине. Һөҙөмтә фото һәм видеоматериалдар ярҙамында билдәләнде. Күрһәтелгән ихтыяры һәм спортты популярлаштырғаны өсөн Радик Ғәбдрәхимов иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнгән.

Уҡытыусының шәхси башланғысы мәктәп хәрәкәтенә әйләнгән: ул уҡыусылар өсөн күмәк йүгереү һәм «10 мең аҙым» акцияһын ойошторған, шуның менән йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп иткән.

«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күләмле саралар уҙғарыла, Бөтә Рәсәй «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» физкультура-спорт комплексы ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.

Программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

bashgazet.ru

Туймазы уҡытыусыһы "Фидиппида юлы" марафонын үтте
Туймазы уҡытыусыһы "Фидиппида юлы" марафонын үтте
Автор:
Читайте нас