Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урмандарҙы һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн заманса технологияларҙы әүҙем индерә. Мәҫәлән, “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының (национальный проект "Беспилотные авиационные системы") “Ватан пилотһыҙ авиация системаларына ихтыяжды дәртләндереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ведомство 2025 йылда “Геоскан 801” видеомониторингы өсөн 18 берәмек комплекс һатып алған. Пилотһыҙ һауа суднолары Росавиацияла теркәлгән һәм страховкаланған. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.
Шулай итеп, Башҡортостан урмандарын һаҡлау өсөн файҙаланылған пилотһыҙ осоу аппараттарының дөйөм паркы хәҙер 31 аппаратты үҙ эсенә ала.
Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында тейешле белем алған урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙ эшендә аппараттарҙы әүҙем ҡуллана.
– "Пилотһыҙ аппараттар" урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең мөмкинлектәрен киңәйтә, урман янғындарын тиҙ арала асыҡларға һәм контролдә тоторға мөмкинлек бирә, шулай уҡ урман ҡануниәтен боҙоуға ҡаршы көрәштә мөһим роль уйнай. БАС ярҙамында беҙ законһыҙ ҡырҡыуҙарҙы, урман участкаларын маҡсатһыҙ файҙаланыу факттарын һәм башҡа законһыҙ ғәмәлдәрҙе һөҙөмтәле асыҡлайбыҙ, был яуап биреү ваҡытын ҡыҫҡарта һәм урман һағын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттыра, — тип хәбәр итте Башҡортостан республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.