Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы 1942 йылдың майында фронтҡа китә. 1943 йылдан алып һуғыш бөткәнсе 679-сы зенит артиллерия полкында хеҙмәт итә.
Демобилизацияланғас, Ауырғазы районының Балыҡлыкүл мәктәбендә, күпмелер ваҡыт районда инспектор булып эшләй. Иглин районына күскәндән һуң, 1963 йылдан Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы Красновосход мәктәп-интернатында хеҙмәт дәресенән уҡыта. 1976 йылда хаҡлы ялға сыға.
"80 йыл үтте, 100 йылдан ашыу... Шөкөр, юҡҡа йәшәмәнем. Еңдем дә, бынамын тигән балаларым бар. Алты балам, ун дүрт ейәнем, ун һигеҙ бүләм һәм хатта бер тыуамды күрҙем. Ғаиләм ҙур минең!" — тип ҡыуана Рәйфә инәй.